+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Ғинуар 2021, 12:48

Ҡорамал эште еңелләштерә

Хәйбулла районының Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының Октябрь ер аҫты руднигы "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә электрон системалы медицина тикшеренеүе (ЭСМО) ҡорамалы һатып алған.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Хәйбулла районының Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының Октябрь ер аҫты руднигы "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә электрон системалы медицина тикшеренеүе (ЭСМО) ҡорамалы һатып алған. Система тулыһынса автоматлаштырылған. Ул бик аҙ ваҡыт эсендә бер нисә кешене тикшереүгә һәләтле.
Электрон системалы медицина тикшеренеүе ҡорамалы уникаль иҫәпләнә. Ул медицина тикшеренеүҙәре процессын автоматлаштырып ҡына ҡалмай, эш урынына сәләмәтлеге торошон етди ҡаратып инеүселәргә ла бик уңайлы. Элекке кеүек сиратта тороп, шәфҡәт туташының һәр береһен енткеле ҡарап үткәреүен көтөргә кәрәкмәй. Йәнә, ул кешенең һаулығы торошон һәр яҡлап ап-асыҡ күрһәтә.
Был заманса медицина ҡоролмаһы 2017 йылда Новокузнецк ҡалаһында үткән «Рәсәй күмере һәм Майнинг» күргәҙмәһендә алтын миҙал яулаған.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: