+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Ғинуар 2021, 18:04

Рәсәйҙә коронавирустан күләмле вакцинация башланды

Илдә Рәсәй халҡын коронавирус инфекцияһынан күләмле вакцинациялау башланды.#ВладимирПутин

Илдә Рәсәй халҡын коронавирус инфекцияһынан күләмле вакцинациялау башланды.
Дөйөм ирекле прививка кампанияһын башлау тураһында үткән аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путин хәбәр иткәйне. Хөкүмәт менән кәңәшмә барышында ул икенсе аҙнанан айырым төркөмдәрҙе вакцинациялауҙан күләмле вакцинацияға күсергә кәрәклеген белдерҙе һәм тейешле инфраструктураны булдырырға ҡушты.
15 ғинуарҙа Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтселеге башлығы Анна Попова бер йыл эсендә коронавирустан Рәсәй халҡының 60 процентына прививка эшләү мөмкинлеге тураһында белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, күләмле вакцинация 2021 йылдың көҙгө эпидемия миҙгеленә рәсәйлеләрҙең коронавирусҡа ҡаршы иммунитеты булырлыҡ итеп ойошторолорға тейеш.
Читайте нас: