+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Ғинуар 2021, 13:15

Вакцина яһатҡандар өҫтөнлөктәр менән файҙаланасаҡ

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорт индереләсәк, тип хәбәр итте республика Башлығы Радий Хабиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә.

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорт индереләсәк, тип хәбәр итте республика Башлығы Радий Хабиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә.
Төбәк башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякиндың белдереүенсә, проектты февраль башында индереү планлаштырыла. Проект операторы функцияһын Республиканың Һанлы үҫеш министрлығы үтәйәсәк. Паспорт QR-код рәүешендә һанлы буласаҡ, уны алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетта теркәлеү үтергә кәрәк.
Проекттың асылы шунда, ковидтан прививка эшләткән кеше эпидемияға ҡаршы саралар сиктәрендә билдәләнгән күләмдә ирек аласаҡ, күп кенә ташламаларға эйә буласаҡ. Мәҫәлән, Александр Сидякин миҫалға килтергәнсә, вакцинацияланған кеше залдарҙа 30 процент тамашасылар булыуы билдәләнһә, был һандан тыш спектакль, концерттарға, киноларға йөрөй аласаҡ. Спорт матчтарында ул халыҡ менән тулы трибунала ултыра аласаҡ. Күп кенә магазиндар проекттың партнерҙары булып сығыш яһай һәм улар QR-код буйынса вакцинацияланған кешегә тауарҙар алғанда ташлама бирәсәк. Вакцина яһатҡандар фитнес-үҙәктәргә, шифаханаларға, башҡа сәйәхәттәргә ирекле йөрөй аласаҡ. Уҡытыусыларға өҫтәмә аҡса түләү һәм ял көндәре рәүешендә дәртләндереү саралары ҡаралған. 65 йәште үткәндәр прививка эшләтһә, улар өсөн сикләүҙәр бөтөрөләсәк.
Радий Хәбиров бындай кешеләрҙең шәхси мәғлүмәттәре хәүефһеҙлегенә айырым иғтибар биреләсәген белдерҙе.
«Шулай итеп был проектта иң мөһиме — вакцинациялауҙы популярлаштырыу, сөнки был сараларҙы үткәрмәй тороп, коллектив иммунитетҡа өлгәшеү мөмкин түгел һәм эпидемияны еңә алмаясаҡбыҙ. Кешеләр һаман ауырый һәм ҡаты сирләйҙәр», — тине Башлыҡ. Ул һанлы кодтарҙы уҡыясаҡ ҡоромалдар тейешле күләмдә булһын өсөн уны технологик яҡтан бар талаптарға яуап бирерлек итеп эшләргә ҡушты.
Бөгөнгә республика 18,84 мең доза «Спутник V» вакцинаһын алған, февралдә 50,8 мең, мартта — 100,7 мең доза вакцина килеүе көтөлә. Башҡортостандың 72 медицина учреждениеһы вакцина ташыу һәм һаҡлау ҡоролмалары менән тәьмин ителгән һәм улар прививка яһау пункттары булараҡ эшләй ала. Тағы 13 медучреждение ошондай уҡ ҡоролмалар һатып алыу һәм ҡуйыу менән мәшғүл һәм уларҙа тиҙҙән вакцина яһатырға мөмкин буласаҡ.
Башҡортостанда, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 18 ғинуарға 22 068 кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторған. Үткән тәүлектә сир 166 кешелә асыҡланған.
— Тажзәхмәт таралыу коэффициенты берҙән артмай, был хәлдең тотороҡланыуы хаҡында фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирә, — ти һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Бөгөнгө көндә 805 кеше дауаханаларҙа дауалана, шуларҙың 63-ө — интенсив терапия һәм реанимация бүлектәрендә ята, 18 кеше ИВЛ аппараттарына тоташтырылған. Уҙған тәүлектә СOVID-19 сиренән бер пациент вафат булған.
Читайте нас: