+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Ғинуар 2021, 11:25

Тәмәке тартыусыларға коронавирус йоғамы?

“Һаулыҡ һаҡлау” һәм “Демография” милли проекттары халыҡты сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, шул иҫәптән тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттән аралауҙы ла маҡсат итә.#национальныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ковид пандемияһы осоронда никотин һулаусыларға коронавирус янамай, тигән уйҙырма таралды. Йәнәһе, күп итеп тәмәке тартҡан кешенең үпкәһе ыҫмала ҡатламы менән көпләнә һәм хәүефле вирус унда йәбешә алмай.
Быға Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы вәкиле М. Вуйнович аңлатма биреп үтте.
Коронавирус кешенең тартамы-юҡмы икәнлегенә ҡарап тормай — кемгә булһа ла йоға ала. Бары тик уны кемдер еңел формала үткәрә, кемдер аяҡтан йығылып сирләй. Тәмәкеселәр араһында ауырыуҙы ныҡ ҡыйын үткәреүселәр күп, сөнки ул башҡа хроник сирҙәре аҙҙыра. Тәмәке тартып, үпкәһен былай ҙа хәлһеҙләндергән кеше ковид эләктергән осраҡта, уға тын алыуы бигерәк ауырлаша икән.
Читайте нас: