+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Ғинуар 2021, 18:20

COVID-19 менән сирләгәндәргә коронавирустан прививканы эшләтеү кәңәш ителмәй

Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова COVID-19 менән сирләгәндәргә коронавирустан прививка эшләтмәҫкә кәңәш итте.

Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова COVID-19 менән сирләгәндәргә коронавирустан прививканы эшләтмәҫкә кәңәш итте.
Уның аңлатыуынса, коронавирус менән сирләгәндәрҙең ҡабаттан ауырыу осраҡтары бик һирәк теркәлә. Ғалимдәр фекеренсә, был сирләгәндән һуң кешелә барлыҡҡа килгән һаҡлаусы антиесемдәр менән прививка яһатҡандан һуң барлыҡҡа килгәне араһында айырма булмауына бәйле. Хәҙерге ваҡытта вакцинаны 18 йәше тулған һәр кем эшләтә ала, ул ирекле. Иң мөһиме кеше һаулығына бәйле кире күрһәтмәләр булмаһын. Уларға бер йыл арауығында инфаркт йәки инсульст кисергәндәр, хроник системалы инфекциялар,төрлө шештәр, В һәм С гепатиты, туберкулез, ВИЧ инә. Быйыл йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда миллион ярым кеше вакцинацияны эшләтергә тейеш.
Читайте нас: