+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Ғинуар 2021, 14:10

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ковидҡа ҡаршы паспорты хаҡында биш уйҙырма

Радий Хәбиров республикала «ковидҡа ҡаршы» паспорттар индереү тураһында белдерҙе. Уларҙы коронавирусҡа антиесемдәре булған, йәғни прививка яһатҡан йәки быға тиклем сирләгән кешеләр аласаҡ.

Радий Хәбиров республикала «ковидҡа ҡаршы» паспорттар индереү тураһында белдерҙе. Уларҙы коронавирусҡа антиесемдәре булған, йәғни прививка яһатҡан йәки быға тиклем сирләгән кешеләр аласаҡ. Программа 5 февралдән генә эшләй башлаясаҡ, әммә әле үк уға бәйле байтаҡ уйҙырмалар һәм фараздар барлыҡҡа килде. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау һәм Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлыҡтары менән берлектә нимәнең – дөрөҫ, ә нимәнең ялған булыу тураһында аңлатма әҙерләнек.
1-се уйҙырма. Сираттар һәм документтар йыйыу
Бөтә нәмә автоматик рәүештә башҡарыласаҡ! Бер ҡайҙа ла бер ниндәй документ һәм ғариза тапшырырға кәрәкмәй. Система түбәндәгесә эшләйәсәк: COVID-19-ға ҡаршы прививка яһатҡан һәр кем тураһында мәғлүмәтте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы дөйөм базаға индерәсәктәр һәм 21 көндән, йәғни тулыһынса иммунитет барлыҡҡа килгәндән һуң, «Дәүләт хеҙмәттәре» республика порталындағы (gosuslugi.bashkortostan.ru) шәхси кабинетҡа документ ебәреләсәк.
Мәҫәлән, һеҙ беренсе прививканы – 11 ғинуарҙа, шуға ярашлы икенсеһен 1 февралдә эшләттегеҙ, ти. Һеҙгә 22 февралдә паспорт ебәреләсәк.
Бығаса сирҙе үткәреп, паспорт алырға теләгәндәр түбәндә килтерелгән исемлектәге дәүләт поликлиникаларының береһендә үҙаллы рәүештә антиесемдәргә анализ (ИФА) бирергә тейеш. Хеҙмәт түләүле, яҡынса 1000 һум тора. Исемлектә шәхси клиникалар юҡ, әлеге мәлдә уларҙы индереү мәсьәләһе ҡарала.
2-се уйҙырма. Был минең иркемде һәм ҡайҙа теләйем – шунда барыуымды сикләйәсәк
Барыһы ла тап киреһенсә: был республикала ғәмәлдә булған бихисап сикләүҙәрҙән азат булырға ярҙам итәсәк. Үҙендә антиесемдәр булыуын документаль рәүештә раҫлаған кешеләр иркен рәүештә концерттарға, спектаклдәргә, спорт сараларына йөрөй ала, уларға «ковид» квотаһы тәьҫир итмәй. 65 йәштән ололар һәм хроник сирлеләр үҙҡурсаланыу режимынан сығып, теләгән ваҡытында теләгән еренә йөрөй, йәғни ғәҙәти тормошта йәшәй ала.
Ҡайһы берәүҙәр әлеге паспортһыҙ ҡайҙалыр алыҫҡа барыу, самолетта осоу тыйылыр йәки башҡа төрлө сикләүҙәр барлыҡҡа килер, тип шикләнә. Был дөрөҫ түгел. Документ артыҡ сикләүҙәрҙе юҡҡа сығарыу өсөн генә кәрәк: әгәр һинең иммунитетың бар икән, ни эшләп һин өйҙә бикләнеп ултырырға тейешһең?
QR-код Башҡортостан биләмәһендә генә ғәмәлдә буласаҡ. Прививка яһатҡан кешеләрҙең берҙәм Рәсәй паспорты булмаясаҡ. Һәр төбәк үҙенә башҡа ковидҡа ҡаршы ҡағиҙәләр һәм сикләүҙәр индергәнгә күрә, антиесемдәре булған кешеләргә ниндәй сикләүҙәрҙе йомшартырға мөмкин икәнен дә һәр кем үҙаллы хәл итә.
3-сө уйҙырма. Яңылыҡ миңә бер нимә лә бирмәйәсәк
Вакцинацияны әүҙемләштереү маҡсатында «бонус программаһы» уйлап табылған. Паспорттар ғәмәлдә булған осорҙа улар буйынса магазиндарҙа, бассейндарҙа, фитнес-үҙәктәрҙә төрлө ташламалар менән файҙаланырға мөмкин. Прививка яһатҡан уҡытыусыларға уҡыу йылы осоронда өс көнгә тиклем өҫтәмә ял һәм өҫтәмә отпуск көндәре бирелә. Вакцинацияны үткән атай-әсәйҙәр мәктәптә балалары янына инеп йөрөү, класс тормошонда ҡатнашыу мөмкинлеге аласаҡ. Ә спорт көйәрмәндәре «Өфө-Арена» һәм «Нефтсе» трибуналарында матчтарҙы социаль дистанция һаҡламайынса ҡараясаҡ, улар өсөн айырым секторҙар асыласаҡ.
4-се уйҙырма. Битлекһеҙ йөрөү мөмкин буласаҡ
Әлегә юҡ. Эш шунда: прививка яһатҡан кеше сирләмәһә лә, вирусты йөрөтөүсе, таратыусы булыуы ихтимал. Шуға күрә прививка яһатҡандарға ла битлек режимы һаҡлана – был Роспотребнадзорҙың талабы.
5-се уйҙырма. Был даими буласаҡ
Иҫегеҙҙәлер, яҙғыһын, дөйөм үҙҡурсаланыу осоронда, урамға сығыу өсөн махсус рөхсәт ҡағыҙы кәрәк ине, ә баҡсаға барыу өсөн айырым сервис аша теркәү үтеү талап ителде. Ул саҡта ла кешеләр, артабан гел ошолай буласаҡ, тип ҡурҡҡайны. Рөхсәт ҡағыҙҙары хәҙер ҡайҙа? Бәлки, кемдәрҙәлер сувенир рәүешендә һаҡланалыр.
Әле лә шулай – паспорттар дөйөм вакцинация осоронда ғына кәрәк буласаҡ. Быға тиклем аңлатыуыбыҙса, «коллектив иммунитет» барлыҡҡа килһен өсөн Башҡортостанда кәм тигәндә ике миллион кешегә прививка яһарға кәрәк. Тап ошо осраҡта эпидемияны туҡтатыу мөмкин буласаҡ.
Читайте нас: