-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
2 Февраль 2021, 18:30

Ковид-сирлеләрҙең кәмеүе күҙәтелә

Башҡортостанда, 2 февралгә төбәктең коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы хәбәр итеүенсә, 24 577 яңы коронавирус инфекцияһы осрағы раҫланған.

Башҡортостанда, 2 февралгә төбәктең коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы хәбәр итеүенсә, 24 577 яңы коронавирус инфекцияһы осрағы раҫланған.
Тәүлек эсендә 165 кеше сир йоҡторған. COVID-19-ҙан ике үлем осрағы теркәлгән. Бөтәһе 190 кеше вафат булған. Стационарҙа 402 пациент ята, уларҙың 64-е – ауыр хәлдә, 15-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 5 382 кеше өйҙә дауалана. Бер тәүлектә — 162, йәмғеһе 18 603 сирле һауыҡҡан.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, республика дауаханаларында коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар өсөн койкалар һанын кәметеү эше дауам итә. Әйтәйек, 1 февралдән Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында, Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында ковид-госпиталдәр профилле йүнәлеш буйынса эшләй, Салауат һәм Октябрьский ҡалаларында инфекция үҙәктәре ябылды. «Кәрәк булһа, 24-48 сәғәт эсендә беҙ уларҙы йәнә ойоштора һәм инфекцияны дауалау өсөн файҙалана алабыҙ», — тип хәбәр итте Максим Забелин. Әлеге ваҡытта республикала ковид-сирлеләр өсөн 6 323 урын әҙерләнгән, 35% буш, тип өҫтәне ул.
Читайте нас: