+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Февраль 2021, 13:24

Илдә битлек кейеү ҡасанға тиклем барасаҡ

Рәсәйлеләрҙең 25 процентында коронавирус инфекцияһына ҡаршы антиесем барлыҡҡа килгән, тип белдерҙе Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәйлеләрҙең 25 процентында коронавирус инфекцияһына ҡаршы антиесем барлыҡҡа килгән, тип белдерҙе Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова. Уның әйтеүенсә, кемдәр COVID-19 менән сирләмәгән, мотлаҡ вакцина эшләтергә кәрәк. Әгәр ҙә беҙ ошо талапты аңлап үтәһәк, быйыл уҡ йәмәғәт урындарында битлек кейеп йөрөү талабынан баш тарта аласаҡбыҙ. Бындай өмөт нигеҙле, сөнки беҙҙә был вирус тураһында мәғлүмәт етерлек, көрәшә алабыҙ. Уның менән сирләгәндәрҙе дауалау алымдары камиллаша һәм дә, иң мөһиме, илдә халыҡты вакцинациялау бара, тине Анна Попова. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ йыл башында ил Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары менән үткәргән кәңәшмәлә Рәсәй халҡына күпләп коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үткәреүҙе башларға ҡушҡайны. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы был өлкәгә үткән йылда ФАП-тар, дауаханалар төҙөүгә, төрлө медицина ҡорамалдары алыуға, коронавирус инфекциялы пациенттар менән эшләүсе табиптарға өҫтәмә түләүгә федераль бюджеттан ҙур суммала аҡса бүленде.
Читайте нас: