Былтыр төбәктәрҙә меңдән ашыу күсмә медицина комплексы эшләне, 75 вертолет майҙансығы асылды. Санитар авиацияны ғәмәлгә индереүҙә илдең 70 төбәге, шул иҫәптән Башҡортостан ҡатнаша.
2024 йылға тиклем тағы 1300 күсмә мобиль комплекс булдырыласаҡ, тип хәбәр итә РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Айырыуса алыҫ биләмәләрҙә йәшәгән сирлеләрҙе дауаханаға ташыу өсөн вертолет ҡулланыу үҙенең уңайлылығын раҫланы. МИ-8 вертолеты кәрәкле медицина модуле менән йыһазландырылған, йәғни бортта уҡ сирлене үпкәне елләтеү, йөрәкте эшләтеү кеүек ҡорамалдарға тоташтырырға була.