+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Февраль 2021, 17:11

Путин Рәсәйҙең коронавирустан вакцина эшләү буйынса лидер булыуын билдәләй

Рәсәй коронавирустан вакцина эшләү буйынса донъяла лидер позицияһын яулай, был ҙур фәнни уңыш, тип белдерә Рәсәй Президенты Владимир Путин.#ВладимирПутин

Рәсәй коронавирустан вакцина эшләү буйынса донъяла лидер позицияһын яулай, был ҙур фәнни уңыш, тип белдерә Рәсәй Президенты Владимир Путин.
Ул Рәсәйҙең инде өс вакцинаһы булған берҙән-бер ил булыуын билдәләй. «Һис шикһеҙ, был эре фәнни уңыш», - тине дәүләт башлығы Фән һәм мәғариф буйынса совет ултырышында.
Рәсәйҙә әлеге ваҡытта коронавирусҡа ҡаршы ике вакцина теркәлгән. Беренсе булып Гамалея исемендәге үҙәк эшләгән «Спутник V» ике компонентлы вакцина теркәлде. Баҙарға икенсе булып «Вектор» үҙәгенән «ЭпиВакКорона» вакцинаһы сыҡты. Өсөнсө - «КовиВак» вакцинаһын әйләнешкә сығарыу февралдә көтөлә.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: РИА Новости
Читайте нас: