Ошо йылда республикала үҙ ҡарамағында төбәк ҡан тамырҙары үҙәге йәки беренсел ҡан тамырҙары бүлексәләре булған һигеҙ дауалау ойошмаһын яңы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу планлаштырыла. Улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Күмертау, Октябрьский ҡалаларында урынлашҡан дауаханалар. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, федераль бюджеттан бүленгән аҡсаға 30 берәмек медицина ҡорамалдары, шул иҫәптән бер ангиограф һәм ике КТ аппараты алынасаҡ. Республика бюджеты иҫәбенә 148 берәмек медицина ҡорамалы алыу күҙаллана. Шулай уҡ, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуын профилактикалау, хәүеф төркөмөнә ингән пациенттарҙың өҙлөгөүен иҫкәртеү маҡсатында уларға дарыуҙар алына.