Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының Башҡортостандағы төбәк проекттарын быйыл финанслауҙың дөйөм күләме 2,243 миллиард һум тәшкил итә, шуның 1,475 миллиард һумы – федераль бюджеттан, 0,767 миллиард һумы республика ҡаҙнаһынан бүленә.
“Балаларҙың һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү” төбәк проектына ярашлы балалар поликлиникаларына капиталь ремонт яһала. “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” проекты сиктәрендә 122 медицина ойошмаһына фельдшерҙар өсөн ноутбуктар, планшет компьютерҙары һәм мәғлүмәт һаҡлау саралары һатып алына.
“Медицина ойошмаларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү” проекты нигеҙендә ауылға эшкә ҡайтҡан медицина хеҙмәткәрҙәренә, маҡсатҡа ярашлы уҡыу тураһындағы килешеү буйынса белем алғандарға социаль ярҙам саралары дауам итәсәк. “Медицина хеҙмәттәре экспортын үҫтереү” төбәк проекты буйынса медицина ойошмалары тарафынан “Рәсәй экспорт үҙәге” платформаһында һәм “Made in Russia” порталында урынлаштырыу өсөн материалдар һәм видеояҙмалар әҙерләнә.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан.