-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Февраль 2021, 17:00

Битлек режимы һаҡлана

Башҡортостанда бөгөнгө көнгә 26 687 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылған. Һуңғы тәүлектә иһә коронавирус йоҡтороуҙың 155 осрағы теркәлгән.

Башҡортостанда бөгөнгө көнгә 26 687 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылған. Һуңғы тәүлектә иһә коронавирус йоҡтороуҙың 155 осрағы теркәлгән. Хәҙерге ваҡытта 234 пациент стационарҙа ята, 5 468 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 228 кеше донъя ҡуйған.
Төбәктә коронавирустан вакцинация эшләү дауам итә. Әлеге көнгә 94 мең доза вакцина ҡайтарылған, 42,5 мең кешегә беренсе компоненты, 12 мең кешегә икенсеһе эшләнгән. Яҡын арала тағыла 20 мең доза килеүе көтөлә. Әлегә тынысланырға урын юҡ, битлек режимын һаҡлау әүәлгесә мөһим, тип сығыш яһаны республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Читайте нас: