Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Күмертау ҡала дауаханаһына пациенттарҙы нейрореабилитациялау өсөн аппараттар һәм ҡулайламалар тапшырылды. Был аппараттар кешенең хәрәкәт итеүендәге кәмселектәрҙе диагностикалау һәм төҙәтеү буйынса байтаҡ функция башҡара. Ҡулайламалар араһында шулай уҡ уңайлы кресло-коляскалар ҙа бар.
Әйткәндәй, аппараттар бер нисә, уларҙың һәр ҡайһыһы билдәле бер бурысты үтәй. Мәҫәлән, аяҡтың роботлаштырылған механотерапияһы өсөн тәғәйенләнгәне ярҙамында ҡулды ла, аяҡты ла дауаларға мөмкин.
Мәғлүм булыуынса, Күмертау ҡалаһы дауаханаһында инсульт кисергән һәм имгәнгән пациенттарҙы реабилитациялау өсөн урындар булдырылған. Бында бөтә Күмертау медицина округынан дауаланырға киләләр.
Фото: health.bashkortostan.ru