Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Февраль 2021, 20:05

Инвалидлыҡты раҫлау буйынса пандемия ваҡытына билдәләнгән Ваҡытлы тәртиптең оҙайтылыуы тураһында

Инвалидлыҡ төркөмөн йәки «инвалид бала» категорияһын, һөнәри хеҙмәткә яраҡлылыҡты юғалтыу дәрәжәһен билдәләү һәм производствола йәрәхәт алған йәки һөнәри ауырыуҙарға дусар булыусыларға шәхси реабилитациялау программаһын әҙерләүҙе автомат рәүештә оҙайтыу тағы ла 6 айға оҙайтылып, 2021 йылдың октябренә ҡәҙәр ғәмәлдә ҡала.

Инвалидлыҡты оҙайтыуға мохтаж граждандар тураһындағы мәғлүмәттәр медик-социаль экспертиза учреждениеларына Пенсия фонды тарафынан ебәрелә. Инвалидлыҡты яңынан ҡарау буйынса документтар аҙаҡ Пенсия фондына ебәрелә, пенсия билдәләү һәм уны түләү автомат рәүештә башҡарыла. Инвалидлыҡты билдәләү һәм инвалидты (инвалид баланы) реабилитациялау йәки абитациялау буйынса шәхси программа тураһындағы белешмә гражданға почта аша заказлы хат менән ебәрелә.
Бынан тыш, РФ Хөкүмәте ҡарары менән Ваҡытлы тәртипкә тағы ла үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы граждандарға инвалидлыҡты ситтән тороп билдәләтеүгә медик-социаль экспертизаға йүнәлтмәләр биреү тәртибе ябайлаштырылды. Хәҙер өҫтәмә рәүештә медицина тикшеренеүе үтергә кәрәкмәй, әгәр социаль-медик экспертизаға йүнәлтмә алыу көнөнә тиклем 12 ай эсендә тикшерелеү күләме үтелгән булһа.
Ваҡытлыса тәртип индерелгән осорҙа, йәғни 2020 йылдың 9 апреленән 75510 инвалидлыҡ осрағы раҫланған, 32020 граждандың инвалидлыҡ төркөмө автомат рәүештә оҙайтылған. Медик-социаль экспертиза буйынса өҫтәмә мәғлүмәтте 8(347)286-11-25 һандары буйынса «ҡыҙыу линия»ға шылтыратып белешә алаһығыҙ.
Читайте нас: