+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Февраль 2021, 16:50

Сибайҙа ҡан тамырҙары үҙәге асылды

Сибай үҙәк дауаханаһында төбәк ҡан тамырҙары үҙәге үҙ ишектәрен асты.

Сибай ҡала үҙәк дауаханаһы базаһында Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге асылды. Рентгенэноваскуляр бүлектең рентген хирургияһы операция бүлмәһе яңы заманса ангиограф комплексы менән йыһазландырылған. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса ҡайтарылған комплекс юғары технологиялы операциялар яһау мөмкинлеге бирә. Ҡан тамырҙары, йөрәк сиренә юлығыусыларға махсус медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн булдырылған был операция бүлмәһе Сибайҙа ғына түгел, Урал аръяғында берҙән-бер медицина үҙәге булып тора.
Хәҙер республиканың иң алыҫ райондары пациенттарына – Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла районы һәм Баймаҡ, Сибай ҡалаһында йәшәүселәргә Өфөгә юлланаһы түгел, юғары квалификациялы медицина ярҙамын үҙҙәрендә аласаҡтар.
Үҙәк тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк, бында дауалау һәм диагностика процедураларын үткәреү планлаштырыла. Шулай уҡ дауаханала рентгенэндоваскуляр методлы диагностика уҙғарырға һәм дауаларға мөмкин. Үҙәкте асҡандан һуң яңы ангиограф комплексында өс операция үткәрелде.
Йөрәк сирлеләр өсөн тәғәйенләнгән Төбәк ҡан тамырҙары үҙәген асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш төп белгесе, кардиолог Ирина Николаева, Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.
Читайте нас: