Күптән түгел, ағымдағы йылдың февралендә, Сибай ҡалаһының Үҙәк ҡала дауаханаһы базаһында яңы Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге асылғайны. Ошо көндәрҙә иһә уның тәүге пациенттары һауығып сыҡҡан.
Ике аҙна эсендә үҙәк белгестәре 13 коронарография үткәргән, уларҙың 7-һе йөрәккә стент ҡуйыу менән. 1 мартҡа өс пациент тулыһынса һауығып сыҡҡан, ҡалғандары стационарҙа консерватив терапия үтеүҙе дауам итә.
Сибайҙағы Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге киҫкен коронар синдромдан яфаланған кешеләргә махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ойошторолған. “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” төбәк программаһы сиктәрендә ангиограф менән тәьмин ителгән.
Үҙәк табиптары билдәләүенсә, был мөмкинлек Урал аръяғы райондарының һаулыҡ һаҡлау тармағындағы үҫештең яңы этабын билдәләй, сөнки ошо профилдәге операциялар әлеге медицина округында фәҡәт бында ғына эшләнә һәм киҫкен ҡан тамырҙары ғәмәлдәрендә махсуслаштырылған ярҙам күрһәтеүҙең берҙән-бер мөмкинлеге булып тора.
Әйтергә кәрәк, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.