-3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
3 Март 2021, 16:24

Яңы комплекстар яман шеште дауалай

Быйыл февралдә Республика клиник онкология диспансерында яман шешкә нур терапияһы өсөн юғары технологиялы заманса ике комплекс тапшырылғайны.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Быйыл февралдә Республика клиник онкология диспансерында яман шешкә нур терапияһы өсөн юғары технологиялы заманса ике комплекс тапшырылғайны. Был комплекстар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынды.
Улар ошондай ҡорамалдар етештереү йәһәтенән донъя лидерҙары иҫәбенә ингән компанияның юғары энергиялы тиҙләткестәрен үҙ эсенә ала. Комплекста дауаланғанда нур терапияһы ваҡыты байтаҡҡа ҡыҫҡартыла. Һөҙөмтәлә пациент артыҡ ныҡ талсыҡмай, сеанстың сифаты ла юғары булып ҡала.
Республика онкология диспансерында юғары класлы белгестәр командаһы тупланған. Улар заманса нур терапияһы комплекстарында эшләү өсөн иң яҡшы донъя үҙәктәрендә махсус әҙерлек үткән. Әле диспансерҙағы бындай комплекстарҙа яман шештән яфаланған 50-гә яҡын пациент дауалана.
Фото: health.bashkortostan.ru
Читайте нас: