Күҙгә күренмәгән бәләкәй генә вирустың имен генә йәшәп ятҡан ерҙә тормошобоҙҙо пыран-заран килтереп, бөтә кешелекте хәүеф аҫтына ҡуйыуы бер йыл эсендә пандемия шарттарында нисек йәшәргә, үҙҡурсаланырға һәм шул уҡ ваҡытта, санитар талаптарҙы күҙәтеп, эшебеҙҙе дауам итергә өйрәтте. Коронавирусты бар тип белмәгән саҡта, ял йорто булараҡ, профилактик дауалау хеҙмәттәре күрһәткән, иҫ киткес хозур тәбиғәт ҡосағында эшләүе лә ял кеүек булған «Березки» ял йортоноң да эшмәкәрлеген ҡырҡа үҙгәртте ул. «Ҡыҙыл зона» уҡ булмаһа ла, обсерватор итеп үҙгәртелеп, вирус ҡоторған урындарҙа вахта ысулы менән хеҙмәт иткән ир-егеттәребеҙҙе иң беренсе булып ҡабул итте. Хәтерегеҙҙәлер, моғайын, былтыр 3 майҙа Яҡутияның Чаяндин ятҡылығынан ҡайтарылған тәүге авиарейстағы 200 вахтасы «Березки» ял йортона обсервацияға урынлаштырылды. Улар араһында Covid-19 инфекцияһы менән сирләүселәр ҙә бар ине. Уларҙың артынса Магнитогорск аэропортына төшкән сираттағы борттарҙағы вахтасыларҙы ҡабул итеү... Был ваҡиғаларҙы ҡурҡыныс төш һымаҡ ҡына итеп хәтерләй ял йортоноң өлкән шәфҡәт туташы Римма Абдуллаева.
— Һаҡланыу саралары, медикаменттар менән тәьмин ителгән, инструктаждар үтелгән булһа ла, психологик яҡтан барыбер әҙер түгел инек. Бөтә донъяны ҡурҡыу баҫҡан шомло мәлдә ковид сирлеләр менән күҙмә-күҙ күрешеү алдында ҡаушап ҡалдыҡ, уларҙы хеҙмәтләндереү өсөн тәү сиратта үҙ-үҙеңде еңеү мотлаҡ ине. Ике аҙна дауамында үҙебеҙгә лә тулы изоляцияға китергә, вахтасыларҙы ҡайтарғандан һуң карантинда булырға тура килде, — ти Римма Ғәләүи ҡыҙы.
Кеше бөтә шарттарға ла күнегеүсән иң түҙемле йән эйәһе. Кәрәк булғас, еңел булмаған яңы хеҙмәт шарттарына ла яраҡлаша обсерваторҙа эшкә ҡалыусылар. Өлкән шәфҡәт туташы Римма Абдуллаева вахтасылар менән эшләүсе бригадалар менән етәкселек итә. Унда 40-50 кешене бер фельдшер һәм йыйыштырыусы хеҙмәтләндерә. Көнөнә өс тапҡыр термометрия, дезинфекция башҡарыла, сирләүселәр асыҡланһа, «Ашығыс ярҙам» саҡырыла. Ашарға ла бүлмәләргә контейнерҙарҙа килтерелә.
— Вахтасылар менән туранан-тура аралашыуҙа булған хеҙмәттәштәремде шулай уҡ бөгөнгө дәүер геройҙары иҫәбенә индерер инем. Сөнки улар үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйҙы, аҙналар буйына ғаиләләренән, балаларынан айырылырға мәжбүр булды. Йәйге эҫе көндәрҙә һаҡлаусы костюмдар аҫтында тирләп-бешеп эшләүе лә еңел түгел ине. Арабыҙҙа ковид йоҡтороусылар, шөкөр, булманы. Профилактика, һаҡланыу саралары яҡшы күҙәтелде, даими инструктаждар һөҙөмтәһеҙ ҡалманы, — тип дауам итә һүҙҙе өлкән шәфҡәт туташы. — Шәхсән үҙемә килгән-дә, тормош иптәшемдең оҙаҡҡа эштә ҡалыуымды вазифауи бурысым тип аңлап ҡабул итеүенә рәхмәтлемен. Беҙ әсәйем менән бергә торабыҙ, уның өсөн хафаланыуым бөтәһенән дә көслөрәк булғандыр. Аллаға шөкөр, был сир беҙҙең ғаиләне урап үтте.
«Березки» ял йортоноң обсерватор булып эшләүенә хәҙер 10 ай тулып уҙҙы. Хеҙмәткәрҙәрҙең баштағы албырғауы юҡ-ҡа сыҡҡан, һәр кем үҙенең бурысын ҙур яуаплылыҡ менән атҡара. Пандемияның иң хәүефле осоро артта ҡалғандыр, тип өмөтләнә улар. Хәҙер бында, эш биреүсе ойошмалар менән килешеү нигеҙендә, башлыса вахтаға китеүселәр изоляциялана. Ике аҙнаға карантинға «бикләнеүселәр» медиктар күҙәтеүе аҫтында тикшерелеү үтә. Ике тапҡыр «тажлы» вирусҡа анализ тапшырып, сәләмәтлегендә кире үҙгәрештәр күҙәтелмәгәндәр ошонан эшкә оҙатыла. Аэропортҡа вахтасыларҙы махсус бүленгән автобус илтә. Обсервация үтеүселәр араһында Башҡортостан халҡынан тыш, Силәбе өлкәһенән, Татарстандан, Удмуртиянан вахтаға китеүселәр бик күп. Бына бит – бер вирус арҡаһында әллә күпме кеше тыуған төйәгебеҙ аша эш урынына юл ала. Әлбиттә, бүлмәләрҙә бикле ятып, тәбиғәттең матурлығын, Яҡтыгүл буйын, яҡшы үҫешкән курорт төбәген күреп тә өлгөрмәйҙәрҙер. Әммә киләсәктә, эпидемиологик хәл яҡшырһа, ғаиләләре менән был яҡҡа ял итергә килеүселәр мотлаҡ булыр әле улар араһында. Сөнки вахтасылар бындағы персоналдың итәғәтле мөнәсәбәтенән, тәмле аш-һыуҙан, яҡшы шарттарҙан уғата ҡәнәғәт булып китә икән.
— Дөрөҫөн әйткәндә, элекке эш режимына ҡайтып, бер ниндәй сикләүҙәрһеҙ, донъя мәшәҡәттәренән арынып ял итергә, сәләмәтлеген нығытырға килеүсе контингент менән эшләге килә. Ләкин обсерваторға ихтыяж кәмемәй, илдең нефть һәм газ етештереүсе ҡеүәтле ҙур ойошмаларынан заявкалар әле лә бар әле, — ти Римма Ғәләүи ҡыҙы.
2020 йылды йомғаҡлау тантанаһында Р. Ғ. Абдуллаева «Иң яҡшы обсерватор хеҙмәткәре» номинацияһында билдәләнде. Римма Күсем ауылы ҡыҙы, Белорет медицина колледжын 2000 йылда тамамлағандан һуң «Березки» ял йортона фельдшер булып килә. Ул ваҡытта ял йорто Магнитогорскиҙың калибровка заводы эшселәре өсөн дауалау-сәләмәтлекте тергеҙеү үҙәге булып эшләй. Ял йортоноң дауалау корпусы бер килке ваҡытҡа ябылғас, шул уҡ завод ҡарамағындағы 1-се ҡала дауаханаһында шәфҡәт туташы булырға ла тура килә. 2007 йылда дауалау корпусының эшмәкәрлеге кире тергеҙелә. Римма Абдуллаева өй өҫтөндә тиерлек булған яратҡан эшенә ҡайта. Унан «Березки» «ММК» ҡарамағына күсерелеп, медицина үҙәге итеп үҙгәртелә. Шул мәлдән, йәғни 2012 йылдан, өлкән шәфҡәт туташы вазифаһына тәғәйенләнә Күсем ауылы ҡыҙы. Ә 2018 йылда ял йортон беҙҙең район һатып ала.
— «Иң яҡшы обсерватор хеҙмәткәре» тип билдәләнеүем өсөн үҙемде уңайһыҙыраҡ тойҙом. Мин был награданы бөтә коллективтыҡы тиер инем. Дөйөм ҡаҙанышҡа һәр хеҙмәткәр үҙенең өлөшөн ин-дерә. Татыу, берҙәм һәм эшсән коллективта эшләүем менән бәхетлемен, — ти ул.