+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Март 2021, 11:45

Прививка эшләт тә, тыныс йәшә

Асҡар үҙәк район дауаханаһында яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация бара. 18 йәштән өлкән теләгән һәр кем уны бушлай яһаттырыу хоҡуғына эйә.

Асҡар үҙәк район дауаханаһында яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация бара. 18 йәштән өлкән теләгән һәр кем уны бушлай яһаттырыу хоҡуғына эйә. Бының өсөн алдан «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы йәки 1301 номеры буйынса колл-үҙәк, шулай уҡ поликлиникалағы регистратура аша яҙылырға була. Иммунизация алдынан пациент терапевт тикшерелеүе үтә, унан ризалыҡ биреүе тураһында анкета тултыра, шунан һуң ғына прививкалар эшләү кабинетына йүнәлтелә. Инъекция өс аҙна интервал менән ике тапҡыр башҡарыла. «Гам-КОВИД-Вак» (Спутник V) вакцинаһын иң тәүгеләрҙән булып һалдыртыусылар ошо көндәрҙә икенсе прививкаларын эшләтә башланы. «Барыһы ла үҙҙәрен яҡшы тоя, прививканың кире йоғотоһо күҙәтелмәй», — тип билдәләй үҙәк дауахананың табип-эпидемиологы Г. С. Рамаҙанова. Булмаһа, вакцинаны яһатыусыларҙың үҙҙәрен тыңлайыҡ.
Әсләм Махийәнов, Михайловка урта мәктәбе уҡытыусыһы:
— Мин арыу уҡ йәште ҡыуған кешемен, тиҙән 60-ты тултырам. Сирҙе йоҡтороу хәүефен кәметеү маҡсатында үҙ иркем менән вакцинацияға яҙылдым. Беҙҙең эштә, мәктәптә, сирләү, башҡаларға йоҡтороу хәүефе ҙур. Был аҙымым менән мин үҙемде генә түгел, коллегаларымды һәм уҡыусыларымды ла ҡурҡыныс ауырыуҙан ҡурсалайым. Рәсәйҙә етештерелгән вакциналарға ышанысым ҙур. Тыныс күңел менән барҙым, районда алтынсы кеше булып прививка эшләттем. Һәм барыһы ла яҡшы: тән температураһы күтәрелеүе күҙәтелмәне, еңел үткәрҙем. Минең артымса ҡатыным да был процедураны үткәрҙе. Икенсе прививканан һуң да үҙемде яҡшы тоям. Сағыштырып әйткәндә, киҙеүгә ҡаршы вакцина эшләткәндәге кеүек хәл күҙәтелә. Уны ла йыл һайын эшләтәм һәм ауырымайым. Хәҙер коронавирус та беҙҙе урап үтер, тип ышанам. Башҡаларға вакцинанан ҡурҡмағыҙ, төрлө уйҙырмаларға ышанмағыҙ, тиер инем. Әйткәндәй, Асҡарҙа поликлиникала вакцинация өсөн уңайлы шарттар булдырылған: терапевт, анкета тултырыу һәм прививка эшләтеү барыһы ла бер урында.
Әлфиә Фәррәхова, табип-статист:
— Беҙ, медицина хеҙмәткәрҙәре, көн дә ҙур хәүеф аҫтындабыҙ. Шуға күрә вакцинацияға ыңғай ҡараштамын. Башта антиесемгә анализ бирҙем, улар булмай сыҡты. Тимәк, коронавирус менән ауыры-мағанмын. Минән алда 23 йәшлек студент улым Азамат вакцина яһатты. Икебеҙҙә лә кире эҙемтәләр булманы.
Люциә Мәғәфүрова, Озерный мәктәбе директоры:
— Беҙ «Гам-КОВИД-Вак» вакцинаһын бөтә коллектив менән эшләттек. Коллективта 14 хеҙмәткәр, өс кешегә медицина күрһәтмәләре буйынса прививка эшләтеү ярамай булып сыҡты. Вакцинаны ФАП-ҡа килеп яһауҙары беҙҙең өсөн бик уңайлы булды. Барыһы ла шәхси ҡарары буйынса ризалыҡ бирҙе. Был хаҡта коллективта күмәкләп фекер алышыу ҙа ыңғай һөҙөмтәһен белдерҙе. Инъекциянан һуң бер кешелә генә кистән хәлһеҙлек, өшөү, тымау билдәләре күҙәтелгән, ҡалғандар яҡшы үткәрҙе. Коронавирус беҙгә ҡурҡыныс түгел, прививка һалдырыу юлы менән кәм тигәндә ике йылға иммуни-тетыбыҙҙы нығыттыҡ, тип әйтә алам.
Читайте нас: