1 марттан Стәрлетамаҡ ҡалаһының клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәгендә операция блогы һәм балалар табыу залы эшләй башлаған.
Үҙәк COVID-19 менән сирләгән һәм кисекмәҫтән хирургия һәм акушер ярҙамы талап ителгән пациенттарҙы ҡабул итергә һәм уларға сифатлы медицина ярҙы күрһәтергә әҙер.
3 мартта иһә яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған, хәле ике яҡлы пневмония менән ауырлашҡан пациентҡа лапароцентез ысулы менән операция яһалған. Унан тыш, был кешенең бауыр циррозы, асцит кеүек насар сирҙәрҙән яфаланғаны мәғлүм. Кисекмәҫтән яһалған операция пациенттың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән, организмдан эс ҡыуышлығындағы баҫымды түбәнәйтер өсөн 3,5 литр самаһы шыйыҡлыҡ бушатылған.
Медицина учреждениеһының пациент менән бәйләнешкә инеүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәре махсус һаҡлаусы костюмдарҙа эшләгән, бурысын аныҡ, тиҙ, берҙәм башҡарған. Операция уңышлы үткән.
Әйтергә кәрәк, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.
Коронавирус пандемияһы был йүнәлештәге эштәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн бихисап ҡаршылыҡтар һәм ауыр шарттар тыуҙырһа ла, медицина тармағын заман шарттарына яраҡлаштырыу өсөн Башҡортостанда бихисап эштәр башҡарылды, яңы медицина учреждениелары, ФАП-тар асылды, район-ҡалаларға өр-яңы медицина ҡорамалдар, йыһаздары ҡайтарылды. Был эш әле лә дауам итә.
Фото: health.bashkortostan.ru