“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, Туймазы районының үҙәк дауаханаһына Affiniti-70 ультратауыш системаһы урынлаштырылды. Ҡорамалдың хаҡы - 7,5 миллион һум.
Был инновацион ультратауыш системаһы ҙур көсөргәнеш менән эшләүсе ультратауыш диагностикаһы бүлексәһе талаптарына яуап бирә һәм ваҡытында ышаныслы һөҙөмтә алырға ярҙам итә.
- Аппарат эш процесын көйләргә булышыусы һанлы интерфейс булыуы менән айырыла. Туҡымаларҙың һүрәтләнешен яҡшыртыусы һәм сиктәрҙе аныҡ билдәләүсе технологиялар ҡулланыла, - тип аңлата ҡорамалдың өҫтөнлөктәрен дауахананың баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин.
Ультратауыш аппараты ҡорамал етештереүсәнлеге менән идара итеүсе аналитик ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Яңы ҡорамал онкология сирҙәре менән ауырығандарҙың һаулығын тикшергәндә диагностик мөмкинлектәрҙе һиҙелерлек арттырасаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға тиклем хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләрҙең үлем күрһәткестәрен кәметеү, медицина учреждениеларында кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү, тәүге медицина ярҙамынан һәр кемдең файҙалана алыуын тәьмин итеү бурысы ҡуйылған.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.