Онкология сиренән яфаланған 60 йәшлек ҡатынға робот тәү тапҡыр флуоресцентлы шыйыҡлыҡ ярҙамында операция яһаған. Был ысул зарарланған участка сиктәрен аныҡ күрергә һәм ағзаны мөмкин тиклем һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
Үҙенсәлекле операция онкология буйынса ғилми-ғәмәли конференция барышында үткәрелде. Ашҡаҙан яман шешенә операцияны “Да Винчи” роботы яһай , ә система менән Санкт –Петербург табибы етәкселек итә. Пациенттың зарарланған органының ҙур өлөшөн алып ташларға тура килә.Йәшел төҫтәге махсус шыйыҡлыҡ ҡайһы өлөштә метастазалар барлығын күрһәтә.
Операцияны мониторҙар аша студенттар ғына түгел, ә илдең бөтә эксперттары күҙәтә. Йәш белгестәр робот ярҙамында операцияларға идара итеүҙе үҙләштерә. Был яңы технологиялар торған һайын тормошобоҙға нығыраҡ үтеп инә.
Медицина фәндәре докторы Валентин Павлов әйтеүенсә, был - Андрей Павленко исемендәге мәктәп үткәргән беренсе конференция. Рәсәй өсөн өр-яңы йүнәлеш. Айырыуса кадрҙар етешмәгән урындарҙа робот ярҙамға киләсәк.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, онкология сирҙәрен дауалауҙа яңы технологиялар ҡулланыу, дауаханаларҙы заманса аппараттар менән йыһазландырыу көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Рәсәй Президенты Владимир Путин “май” указдарында онкология сирҙәре менән көрәш мәсьәләһенә айырыуса ҙур иғтибар бирҙе һәм тармаҡ алдына етди бурыстар ҡуйҙы.