Аспирин күптән инде йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау һәм иҫкәртеү өсөн файҙаланыла. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса, препараттың кешенең иммун системаһына ҡайһы бер вирус инфекциялары менән көрәшеүгә ярҙам итеү өсөн тыумыштан һәм яраҡлашҡан иммун реакцияларын модуляциялау (үҙгәртеп ҡороу) үҙенсәлеге асыҡланған.
Шунан сығып, Израиль ғалимдары ошондай гипотеза өҫтөндә эшләргә тәҡдим итә: сир башланған осорҙа аспириндың түбән дозаһын (75 миллиграмм) файҙаланып, коронавирусҡа бирешмәүсәнлекте көсәйтергә һәм сирҙең оҙайлығына тәьҫир итергә мөмкин. Эш һөҙөмтәһе яңыраҡ FEBS Journal журналында баҫылған. Эксперттар коронавирус инфекцияһының тәүге тулҡыны ваҡытында тест биргән 10 477 кешенең мәғлүмәттәрен өйрәнгән. Асыҡланыуынса, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы аспирин ҡулланған сәләмәт кешеләрҙә был препаратты ҡулланмағандар менән сағыштырғанда вирусты йоҡтороу хәүефе 29 процентҡа ҡыҫҡарған.
“Был күҙәтеү, аспириндың түбән дозаһының коронавирус инфекцияһына йоғонтоло тәьҫире, әлегә яҡынса ғына өйрәнелгән. Шулай ҙа ҙур өмөт уята,” - тип билдәләй тикшеренеүселәрҙең береһе, Барзилай медицина үҙәге профессоры Эли Маген.
Ысынлап та, барыбыҙ өсөн яҡшы таныш был препараттың беҙ белмәгән үҙенсәлекле яҡтары ла булыуы ихтимал.