Йылдан-йыл скандинавса йөрөүҙе үҙ итеүсе райондаштарыбыҙ һаны арта. Улар саңғы таяҡтарына таянып, ҡышын да, йәйен дә саф һауала йөрөүҙе ғәҙәт итте. Был спорт төрө тураһында ентеклерәк белергә теләүселәр өсөн ошо көндәрҙә Йәштәр йортонда махсус дәрес үтте. Стәрлетамаҡ физик культура һәм сервис колледжы уҡытыусылары Т. Х. Ҡоҙаҡаев менән О. В. Лисаченко ошо темаға лекция уҡыны, скандинавса йөрөүҙең һаулыҡ өсөн файҙаһы һәм өҫтөнлөктәре тураһында бәйән итте.
«Скандинавса йөрөү оло кешеләр өсөн генә файҙалы тип уйламағыҙ, — ти педагогтар. — Был ябай спорт төрө сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән, әммә көс-ҡеүәт талап ителгән төрҙәр менән шөғөлләнә алмағандар өсөн дә ҡулай. Тын алыу юлдары органдары, йөрәк эшмәкәрлеген нығытыуға, координацияны яҡшыртыуға, вестибуляр аппаратын яйға һалыуға бик яҡшы ярҙам итә. Айырыуса остеохондроз, сколиоз, невроз, депрессия менән яфаланыусылар өсөн файҙаһы ҙур».
Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар скандинавса атлағанда арҡаны нисек төҙ тоторға, саңғыла шыуғанға оҡшаш хәрәкәттәр яһарға, темпты һаҡларға өйрәнде, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды.
Нурзилә БАЙГИЛДИНА.