Һаулыҡ һаҡлау
19 Марта 2021, 05:27

Аҡ халатлыларға рәхмәтлебеҙ

Байым дауаханаһында үҙ эшен белгән, тырыш хеҙмәткәрҙәр эшләй.

Байым дауаханаһында үҙ эшен белгән, тырыш хеҙмәткәрҙәр эшләй.
Күпмелер ваҡыт дауахананың участка табибы булып эшләгән Р. Ҡ. Фәтхуллина Белорет ҡалаһы поликлиникаһына эшкә күсте. Һәр кемгә ихтирамлы, алсаҡ табипты яратып өлгөргәйнек, сөнки ул тәғәйенләгән дауалар һәр саҡ килеште, уның ярҙамы менән сирҙәребеҙҙе еңә инек.
Бер осор, Байым ауыл биләмәһе ауылдары халҡы Асҡар дауаханаһына йөрөргә мәжбүр булды. Оло йәштәге, өҫтәүенә сирле кешеләргә, алыҫ юл еңел бирелмәне.
Халыҡтың һорауы буйынса һәм район хакимиәтенең ярҙамы менән Роза Ҡотлоғәлләм ҡыҙы ҡабаттан беҙҙең дауаханаға эшкә килде. Табиптың үтенесебеҙҙе кире ҡаҡмауына рәхмәтлебеҙ, хәҙер тик Байым дауаханаһына йөрөйбеҙ.
Бында берҙәм, татыу коллектив тупланған. Табип та, фельдшерҙар ҙа, шәфҡәт туташтары ла сирлеләрҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн ваҡыттарын да, белемдәрен дә йәлләмәй, һәр кемде укол-дарыуҙар менән генә түгел, йылы һүҙҙәре менән дә дауалайҙар.
Санитаркаларҙың үҙ эштәрен урын-еренә еткереп башҡарыуы һөҙөмтәһендә бүлмәләрҙә һәр саҡ тәртип, таҙа.
Аптека хеҙмәткәре Әлфиә Сөләймәнова кәрәкле укол-дарыу һатыуҙа булмаһа, үтенестәребеҙҙе тиҙ арала үтәргә тырышып, шунда уҡ заказ менән алдыра.
Әммә етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, стена тыштан ярылыу һөҙөмтәһендә ирҙәр палатаһында һалҡын. Ҡайһы бер бүлмәләрҙә йыуыныу өсөн һыу крандары иҫкергәнлектән эшләмәй, икенсе ҡаттағы палаталарҙағы розеткалар сафтан сыҡҡан.
Дауаханабыҙҙа эшләгән аҡ халатлыларҙың барыһына ла халыҡ мәнфәғәтендәге эштәренә рәхмәт белдереп, үҙҙәренә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, уңыштар теләйем.
Биктаһир ЙӘНҺАРИН.
Йәнекәй ауылы.
Читайте нас