Һаулыҡ һаҡлау
19 Марта 2021, 06:35

Һаулығығыҙға битараф булмағыҙ—диспансеризация үтегеҙ

Әлеге ваҡытта халыҡтың сәләмәтлек торошон тикшереү буйынса диспансерлаштырыу бара. Ул тулыһынса бушлай үткәрелә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Әлеге ваҡытта халыҡтың сәләмәтлек торошон тикшереү буйынса диспансерлаштырыу бара. Ул тулыһынса бушлай үткәрелә.
Законға ярашлы, диспансерлаштырыу үтеү өсөн ял бирелә һәм был көн өсөн уртаса эш хаҡы һаҡлана. Эшләп йөрөгән пенсионерҙарға, шулай уҡ хаҡлы ялға сығыуға биш йыл ваҡыты ҡалғандарға (2021 йылда – 1965–1968 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар һәм 1960–1963 йылғы ир-егеттәр) ике ял көнө һәм уртаса эш хаҡы тейеш.
Йыл һайын ойошторолған диспансерлаштырыу айырым йылда тыуғандар өсөн үткәрелә.
Халыҡтың сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күреү, төрлө сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау, ғүмер оҙайлығын арттырыу ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында төп бурыстар булараҡ билдәләнә.
Читайте нас