Төнгә тиклем компьютерҙа уйнап ултырған сабыйҙар йылдан-йыл күбәйә бара. Улар тиҙ көйөп, кинәт һүрелеп баралар, иғтибарҙы туплау уларға ҡыйын бирелә, һуғыш-үпкәләшкә лә бик тартымдар.
Нур һәм йылылыҡ бөркөлгән әкиәттәргә әүрәп, хыялдарға бирелеп, донъяның тик яҡшы яҡтарын ғына белеп үҫә торған саҡтары бит әле балаларҙың. Насар уйындар балаларға сибек кенә яҙғы үҫентеләрҙе һуҡҡан ҡырау кеүек, тәьҫир итә. Белгестәрҙең “видеоуйын эпилепсияһы синдромы” таралыу тураһында һүҙ ҡуйырта башлауы юҡҡа түгел. Компьютер донъяһында аң-зиһен үҫеше өсөн бик файҙалы, күңелле сайттар менән бер рәттән, Хоҙай ҡушмаған уйындар ҙа күп. “Атыш- үлтереш” менән генә мауыҡҡан баланың компьютер, мәғлүмәт технологиялары серҙәренә төшөнөүе бик тә икеле!
Компьютерҙан айырыла алмау хәҙер психик сир тип таныла башланы. Фәҡәт ата-әсәләр компьютер даръяһында ла балаға юл күрһәтеүсе булырға тейеш. Саманан тыш оҙаҡ ултырыу кескәйҙәрҙең сәләмәтлегенә ныҡ зыян килтерә. Биш йәшкә тиклемге балалар иң күп тигәндә лә көнөнә 35, ете йәшкә тиклемгеләр 40-45 минутҡа тиклем телевизор-компьютерҙа ултыра ала. Күҙ арымаһын өсөн был ваҡытты ла икегә бүлеп файҙаланыу, мотлаҡ рәүештә күҙ гимнастикаһы яһау кәңәш ителә. Иң ҡәтғи талаптарҙың береһе – йоҡлар алдынан ултырмау, юғиһә, йоҡо тыныс һәм сәләмәт булмаясаҡ. Күҙе, нервы системаһы менән проблемалары булған балаларҙы аҙнаһына ни бары ике тапҡыр ғына 10-ар минут ултыртырға кәңәш ителә.