2021 йылдың 30 мартынан 30 апреленә тиклем «COVID-19 пандемияһына ҡаршы тороу: вакцинация, гигиена, дисциплина» Бөтә Рәсәй акцияһы үтә.
Маҡсаты - шәхси гигиена һәм һаҡланыу сараларының мөһимлеге тураһында мәктәптәрҙә үткәреләсәк аттестациялар алдынан ҡабаттан хәтергә төшөрөү.
Акцияла белем биреү учреждениеларының етәкселәре (мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре), 1-11 класс уҡыусыларының класс етәкселәре, педагогия хеҙмәткәрҙәре, башҡа ҡыҙыҡһыныусан Рәсәй граждандары.ҡатнаша ала.
Акцияла барлыҡ белем биреү сервистары ла ҡатнаша. Халыҡтың ғүмере һәм сәләмәтлеге мәнфәғәтендә дәүләт органдары (Роскомнадзор, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, РФ Хөкүмәте) норматив документтарға өҫтәмәләр әҙерләне (инфографика, плакаттар, иҫкәрәмәләр). Акция сиктәрендә был материалдар менән танышщыу мөмкинлеге бар. Сара йомғаҡтары буйынса акцияла ҡатнашҡандарҙың барыһына ла сертиификаттар тапшырыласаҡ, иң әүҙем белем биреү учрееждениеларын, педагогик хеҙмәткәрҙәрҙе дәртләндереү ҡаралған. Сара йомғаҡтары буйынса ҡтанашыусыларҙың әүҙемлеге рейтингы ла баҫыласасҡ.