Республиканың СПИД-үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылда 1977 яңы осраҡ асыҡланған (2019 йылда – 2705, 2018-ҙә – 2782).
2020 йылдың аҙағына республикала «имуннодефицит вирусы» диагнозы менән 20919 кеше йәшәгән. «Барлыҡ муниципалитеттарҙа ла ВИЧ-инфекция осраҡтары теркәлгән. Айырыуса Күмертауҙа, Салауатта, Стәрлетамаҡта, Өфөлә, Нефтекамала, Мәләүез, Благовещен, Ишембай, Белорет, Бөрө, Иглин, Көйөргәҙе, Ҡалтасы, Бәләбәй, Өфө райондарында сирлеләр күп», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Былтыр 92 052 йөклө ҡатын-ҡыҙ ВИЧ-ҡа анализ биргән. Уларҙың 94-ендә тәүге тапҡыр ВИЧ инфекцияһы асыҡланған. Бөтәһе 430 ауырлы ҡатын-ҡыҙ иҫәптә торған, 355-е уҙған йылда уҡ 358 бала тапҡан (ике игеҙәк). 2019 йылда 450 ВИЧ-инфекциялы йөклө ҡатын-ҡыҙ иҫәптә торған, 353-ө 356 балаға ғүмер биргән.