Һаулыҡ һаҡлау
6 Апреля 2021, 05:13

Ғүмер бер генә...

Донъяны тажзәхмәткә бәйле афәт ялмап алғас, уға ҡаршы тиҙерәк вакцина тапһалар ярар ине, тип теләнем, — ти Асҡарҙа йәшәүсе медицина ветераны Сулпан Әҡсәнова.

— Медицина хеҙмәткәре булараҡ, вакцинацияға һәр саҡ ыңғай ҡарашта булдым. Донъяны тажзәхмәткә бәйле афәт ялмап алғас, уға ҡаршы тиҙерәк вакцина тапһалар ярар ине, тип теләнем. Сөнки инфекция беҙҙең тормошобоҙға ла килеп инде, көн дә сирләүселәрҙең артыуын, үлем хәбәрҙәрен ишетеүе, үҙең, ғаиләң, туғандарың өсөн ҡурҡып йәшәүе еңел түгел. Яҡын әхирәтем, бер коллегам ошо сирҙән вафат булды. Дөрөҫөн әйткәндә, шикләнеү үҙе үк ауырыуға һабыштыра. Шуға күрә артабан тыныслыҡта, ҡурҡмай йәшәр өсөн беҙ вакцина яһаттыҡ. Иптәшем сирҙең өсөнсө тулҡыны бик көслө килә, йәһәтерәк эшләтәйек, тип өгөтләне, — ти Асҡарҙа йәшәүсе медицина ветераны Сулпан Әҡсәнова.
Сулпан һәм Нияз Әҡсәновтарҙың Covid-19 инфекцияһына ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын яһатыуҙарына аҙна тулып килә. «Шөкөр, бер ниндәй ҙә үҙгәреш, хәлһеҙлек билдәләрен тоймай, имен генә үткәрҙек. 21 апрелдә икенсе прививканы эшләтәбеҙ», — ти улар.
Асҡар үҙәк район дауаханаһынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, әлеге ваҡытҡа коронавирусҡа ҡаршы 1060 доза вакцина ҡабул ителгән. 692 кеше вакцинаның беренсе компонентын эшләткән, 528 кеше икенсе прививканы ла яһатып, кәм тигәндә ике йылға иммунитетын нығытҡан.
— Вакцина эшләтеүселәр араһында медицина, мәғариф, социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, башҡа тармаҡтарҙа эшләүселәр байтаҡ. Хроник сирҙәре булғандар, 60 йәште үткән оло йәштәгеләр ҙә үҙ сәләмәтлектәренә яуаплы ҡарай, — ти табип-эпидемиолог Г. С. Рамаҙанова.
Читайте нас