Һаулыҡ һаҡлау
9 Апреля 2021, 06:00

Коронавирустан бөгөн үк вакцина эшләтеү өсөн өс сәбәп

Башҡортостанда йәшәүсе йөҙ меңдән ашыу кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатты. Был күп тә, аҙ ҙа кеүек.

Башҡортостанда йәшәүсе йөҙ меңдән ашыу кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатты. Был күп тә, аҙ ҙа кеүек. Бер яҡтан, әлеге сараның мөһимлеген һәм әһәмиәтен аңлаусылар артҡандан-арта бара, һәм республика яҡшы ғына темп йыйҙы. Икенсе яҡтан, бөтәһе ике миллион тирәһе кешегә прививка эшләү бурысы тора.
1. Был ғәмәл еңел, тиҙ һәм бушлай
Үҙеңде коронавирус хәүефенән аралау һәм прививка эшләтеү өсөн хәҙер мотлаҡ дауаханаға барырға кәрәкмәй. Ҙур ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә мобиль пункттар асылды, уларға теләге булған һәр кеше мөрәжәғәт итә ала. Паспорт, СНИЛС һәм Мотлаҡ медицина страховкалауы полисын алаһың да, барып прививка яһатаһың. Алдан яҙылырға кәрәкмәй, барыһы ла урында ғәҙәти сират буйынса башҡарыла.
Вакцинация тулыһынса бушлай эшләнә.
Ҡайһы саҡта кешеләргә «әлегә вакцина юҡ» тип яуап бирәләр һәм ысынлап та шулай булыуы ихтимал. Ампулалар сикле күләмдә алына. Шуға күрә кем өлгөрә — шул яһата. Беҙҙең заводтар етештереү темптарын арттыра, йәйгелеккә дефицит юҡҡа сығыр тип күҙаллана.
2. Был хәүефһеҙ
Үткән аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатты. Дәүләт башлығының өс препараттың — «Спутник V», «ЭпиВакКорона» йәки «Ковивак»тың — ҡайһыһын һайлауы аныҡ әйтелмәне. Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, был алдан уйлап шулай эшләнгән: «Беҙ ниндәй прививка яһатылыуын махсус рәүештә әйтмәйбеҙ. Рәсәйҙә етештерелгән өс төрлө вакцина ла ышаныслы. Улар барыһы ла яҡшы, ышаныслы һәм һөҙөмтәле».
Президент процедуранан һуң тәүге сәғәттәрҙә бер ниндәй ҙә айырым билдәләр күҙәтелмәүе, һуңғараҡ укол урынында — һул ҡулда бер аҙ ауыртыу барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләне. Ул янында градусник тотҡан, әммә температураһы юғары күтәрелмәгән.
Сикләүҙәр алынһа ла, пандемия тамамланманы әле. Башҡортостанда көн һайын COVID-19 йоҡтороуҙың йөҙгә яҡын осрағы теркәлә. Күпселек халыҡтың инфекцияны сағыштырмаса еңел үткәреүенә ҡарамаҫтан, табиптар ярҙамы менән дә сирҙе еңә алмаусылар бар әле. Үткән аҙнала Башҡортостанда коронавирустан тағы 21 кеше вафат булды. Шуларҙың береһе — Асҡын районының 33 йәшлек башлығы Ришат Дихин. Ул быға тиклем бер тапҡыр инфекцияны еңгән ине, әммә ҡабаттан йоҡтороу уның өсөн үлемесле булды. Табиптар ни тиклем ныҡ тырышмаһын, уны ҡотҡара алманылар. Йәш кешенең ҡатыны һәм ике балаһы ҡалды. Дөйөм алғанда, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, пандемия башланғандан алып республиканың 400-гә яҡын кешеһе яңы сир ҡорбаны булды.
3. Был тулыһынса ғәҙәти тормошҡа ҡайтырға булышлыҡ итәсәк
Владимир Путин ил күләмендә коронавирус буйынса сикләүҙәрҙе тулыһынса юҡҡа сығарыу йәй аҙағына мөмкин булыуы ихтимал, тип белдерҙе. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, «әгәр вакцинациялау әлеге темптар менән дауам итһә», Рәсәйҙә август аҙағына COVID-19-ға ҡарата коллектив иммунитет барлыҡҡа киләсәк.
Коллектив иммунитет — ул халыҡта сирҙең таралыуын туҡтата алырлыҡ «тейешле массаның» барлыҡҡа килеүе. Эпидемия ныҡ шашҡан осорҙа ауырыуҙар һаны геометрик прогрессияла арта: бер кеше тотош ғаиләһен, күршеләрен, коллегаларын зарарлай, улары үҙ сиратында — тағы шул сама кешене. Сирләп йүнәлгәндәрҙә иммунитет барлыҡҡа килә һәм ул ҡабатлап ауырыу йоҡтороуҙан һаҡлай. Ниндәйҙер мәлдә уларҙың һаны ныҡ күбәйә һәм был сирҙең артабан таралыуына юл ҡуймай. Тормоштағы миҫалдарҙан күренеүенсә, сирләп һауыҡҡан кешеләрҙең, айырыуса улар симптомһыҙ ауырыған булһа, иммунитеты бик тиҙ көсһөҙләнә. Шуға күрә һаҡланыуҙың иң ышаныслы алымы — вакцинация.
Иммунитет һеҙгә нисек ярҙам итәсәк? Мәҫәлән, һеҙ бер ниндәй хәүефһеҙ диңгеҙ ярына йәки Башҡортостан буйлап сәйәхәткә сығып китә алаһығыҙ. Был осраҡта сирләп дауаханаға эләгеү, вирус алып ҡайтып, оло йәштәге ғаилә ағзаларына йоҡтороу хәүефе бөтөнләй янамай.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Прививканы сир билдәләре булмаған 18 йәштән өлкән һәр кем эшләтә ала. Сикләүҙәр ҙә бар: ауырлы ҡатындарға, сабый имеҙгән әсәләргә, инфекция йәки хроник сирҙәре ҡуҙғыған кешеләргә, вакцина компоненттарына үтә ныҡ һиҙгерлеге булғандарға, бығаса ауыр аллергия реакцияһы күҙәтелгәндәргә прививканы кисектереп торорға кәңәш ителә. Процедура алдынан медицина хеҙмәткәрҙәре вакцинациялауҙың үҙенсәлектәрен аңлата, медицина тикшереүе үткәрә һәм прививка яһай. Укол яһағандан һуң 30 минут дауамында хәлегеҙҙе күҙәтеү аҫтында тоторға тейештәр.
Коронавирустан прививканы 21 көнлөк ара менән ике этапта эшләйҙәр. Мәҫәлән, беренсеһен 9 апрелдә яһатһағыҙ, яҡынса ике аҙнанан — айҙың 20-ләрендә тәүге иммунитет барлыҡҡа килә. Икенсе прививканы 30 апрелдә (теүәл өс аҙнанан) эшләтергә кәрәк. Тағы ла өс аҙнанан, йәғни 21 май тирәһенә, һеҙ коронавирусҡа ике йыл самаһы ҡаршы торорлоҡ ныҡлы иммунитетҡа эйә буласаҡһығыҙ.
Процедуранан һуң тән температураһының бер аҙ күтәрелеүе, баш ауыртыу, хәлһеҙлек, мускулдар һыҙлауы, тән сәбертеү, танау тоноу, тамаҡ төбө әсетеү кеүек билдәләр күҙәтелеүе ихтимал. Ҡайһы берәүҙәрҙә бер ниндәй ҙә айырым симптомдар күҙәтелмәй.
Әгәр һорауҙарығыҙ ҡалһа, Башҡортостан Республикаһының Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ: +7(347) 218-19-19. Шулай уҡ республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «ҡыҙыу линия»һына шылтыратырға мөмкин: +7(347) 286-58-27, +7(347) 279-91-20
Читайте нас