Һаулыҡ һаҡлау
10 Апреля 2021, 03:30

Киләһе йыл сентябрҙә асыласаҡ

Өфөлә 9-сы ҡала дауаханаһының поликлиникаһы төҙөлә. Бина Ленин районының Затон биҫтәһендәге кварталда төҙөлә.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфөлә 9-сы ҡала дауаханаһының поликлиникаһы төҙөлә. Бина Ленин районының Затон биҫтәһендәге кварталда төҙөлә. Майҙаны 13 мең квадрат метр булған поликлиника заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Бында сменаһына 900 тирәһе пациентты ҡабул итмәкселәр.
Поликлиниканы 2022 йылдың сентябрендә файҙаланыуға тапшырмаҡсылар. Тимәк, бында урындағы халыҡ сәләмәтлеген нығытыу, төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн мөрәжәғәт итәсәк. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” һәм "Демография" милли проекттары маҡсаттарын тормошҡа ашырасаҡ.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас