Һаулыҡ һаҡлау
12 Апреля 2021, 09:55

Вакцина яһатһағыҙ, өсөнсө тулҡын янамаҫ

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирустың өсөнсө тулҡыны янауы тураһында белдерҙе.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Сирлеләр ныҡ күбәймәһен өсөн вакцина яһатыу — иң уңай алым, — тине министр. — Ауырыу көсәйгән осраҡта тәү сиратта Төркиәгә һәм Европа илдәренә сығыу сикләнәсәк. Әлегә Башҡортостанда 177 мең кеше «Гам-КОВИД-Вак» препаратының беренсе компонентын эшләтте. Битлек режимы һәм 65 йәштән өлкәндәр өсөн үҙҡурсалау режимы һаҡлана».
Республика стационарҙарында коронавирус менән сирле 194 пациент дауалана, етәүһенең хәле ауыр тип билдәләнә.
Читайте нас