Ҡала паркындағы эскәмйәлә оло йәштәге ҡатын ултыра ине. Янына бер йәш кенә полицейский килеп баҫты.
— Һаумыһығыҙ, инәй. Һеҙ бында нимә эшләп ултыраһығыҙ? Ярамай бит — карантин, — тине ул.
Әбей ауыр көрһөндө, әммә урынынан ҡуҙғалманы.
— Һеҙгә штраф һалырға тура килә инде, — тип асыуланып әйтте хоҡуҡ һаҡсыһы.
— Һалһаң һалаң инде, улым, эшең шулай бит, — тип йылмайҙы әбей. — Оялма, һал, һал...
Хәҙер инде полицейский көрһөндө.
— Әйҙә, инәй, һәйбәт кенә итеп һөйләшәйек: хәҙер өйөгөҙгә ҡайтаһығыҙ. Йәме? Һеҙ бит хәүеф төркөмөнән. Карантин ваҡытында ололарға өйҙә генә ултырыр кәрәк. Мине штраф һалырға мәжбүр итмәгеҙ, зинһар... Моғайын, пенсияғыҙ ҙа күп түгелдер... Аңлайһығыҙмы?
— Нимәһен аңламаҫҡа — аңлайым: һеҙҙә — карантин, ә миндә — яҙ! — Ҡарсыҡ ошо һүҙҙәрҙән һуң ҡанатланып киткәндәй булды, хатта урынынан еңел генә ҡалҡынып ҡуйҙы.
— Улым, һин дә аңла: бәлки, быйыл минең ғүмеремдең һуңғы яҙылыр. Мин үлемдән ҡурҡмайым, мин гөрләп, сәскә атып киләсәк гүзәл яҙҙан мәхрүм булыуҙан ҡурҡам. Миңә нимәгә дүрт стена эсендә йәшәргә? Балаларым менән телефон аша аралашыр өсөнмө? Бөтмәҫ сериалдар ҡарар, насар яңылыҡтар тыңлар өсөнмө? Пандемияны үткәреп ебәрә алһам — штрафыңды ла түләрмен, дәүләткә ярҙам булыр, тик изге эшкә тотонһондар. Ә инде түләргә өлгөрмәй үлеп китһәм — үпкәләмәгеҙ...
— Ярай, үҙегеҙ үлемдән ҡурҡмайһығыҙ ҙа тей, исмаһам, башҡаларҙы уйлағыҙ. Һеҙ уларға кире өлгө күрһәтәһегеҙ, инәй, — тип егет оялтыу алымын ҡулланмаҡсы булды. Әбей рәхәтләнеп көлдө.
— Ниндәй өлгө? Балам, һәр кемдең үлем менән үҙ әңгәмәһе... Бына мин уның менән һуғыш осоронан алып һөйләшәм. Атайым, ағайҙарым яу яланынан ҡайта алмай ятып ҡалды. Еңеү көнө етһә, уларҙы йәлләп илайым. Күпме кеше шул бөйөк яҙҙы күрә алмай һәләк булды. Ә быйылғы яҙҙы күрә алмай күпме ҡарттар китеп барҙы...
Хоҡуҡ һаҡсыһы уға нисә йәш булыуын самаларға тырышып тексәйеп торҙо. Моғайын, бик күптер... Ул шым ғына штраф квитанцияһын тултырҙы ла әбейгә һуҙҙы. Тегеһе ҡағыҙҙы ҡарамай ғына алды ла кеҫәһенә тыҡты.
— Тағы әллә күпме яҙҙарҙы күрергә насип итһен инде, инәй, — тине лә егет һауалы ғына баҫып үҙ юлынан китеп барҙы.
— Һин дә имен-аман ғына йөрө, — тип, ҡарсыҡ йөҙөн ҡояшҡа борҙо һәм ҡомһоҙланып яҙғы һауаны һуланы.
Өйгә ҡайтҡас, ул ауыр көрһөнөп кеҫәһендәге штраф ҡағыҙын асып ҡараны. Унан әбейгә сатай-ботай итеп төшөрөлгән йылмайыусы смайлик ҡарап тора ине.