Һаулыҡ һаҡлау
21 Апреля 2021, 03:50

Һөт продукттарын етештереү артасаҡ

Балалар Башҡортостанда етештерелгән таҙа, сифатлы продукттар менән туҡланырға тейеш.

“Республикала “Һөт кухняһы” булдырыу” проектын шәхсән контролдә тотам. Өҫтәүенә, ул балаларҙың яратҡан ризығы булырға тейеш. Беҙ Башҡортостанда һөт етештереү буйынса Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Октябрьскиҙа, Нефтекамскиҙа, Сибайҙа, Белоретта һәм Үрге Ҡыйғыла, йәмғеһе ете цех астыҡ. Дөйөм алғанда уларҙа тәүлегенә 20 тонна һөт эшкәртелә, — тип яҙа үҙенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә рсепублика башлығы Радий Хәбиров. — Әсәйҙәргә өйөнән йыраҡҡа йөрөмәйенсә генә алыу уңайлы булһын өсөн хәҙер таратыу пункттары базаһын киңәйтеү өҫтөндә эшләйбеҙ”.
Республикала 132 пунктта һөт һәм ҡоро ҡатнашмалар алырға мөмкин. Кисә Ауырғазы районының Толбазы ауылында“Һөт кухняһы” асылған. Өсөнсө көн Өфөлә тағы бер һөт продукцияһын һатыу һәм таратыу пукты асылған.
Дүртөйлө халҡының күп һанлы һорауы буйынса Әсән һәм Семилетка ауылдарында “Һөт кухняһы” автолавкала эшләй башлаған.
“Һөт кухня”һының бушлай таратҡан күләмен дә, һатыуға сығарылғанын да шунда уҡ алып бөтәләр. Тимәк, продукция ҙур һорау менән файҙалана һәм беҙ етештереүҙе арттырасаҡбыҙ”, — тигән һығымта яһаған төбәк Башлығы.
Читайте нас