Һаулыҡ һаҡлау
23 Апреля 2021, 06:41

Иң һөҙөмтәле ысул — вакцинация

Кисәге көнгә ҡарата район буйынса дауахананан тыш пневмония йоҡтороуҙың 19 осрағы теркәлгән.

Кисәге көнгә ҡарата район буйынса дауахананан тыш пневмония йоҡтороуҙың 19 осрағы теркәлгән. Лаборатор тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә өс пациентта ковид асыҡланған. Был сирлеләр барыһы ла амбулатор дауалана, үҙҙәрен яҡшы тоя. Сатурацияһы түбән, үпкәләрҙең вирустан зыянланыу кимәле ҙур булған һәм тән температураһы төшмәгән осраҡта ауырыуҙар Белорет, Сибай ҡалаларындағы инфекция госпиталдәренә ебәрелә.
— Хәл тотороҡло тип тынысланырға иртәрәк. Сөнки районда коронавирустан ауырыусылар ул тиклем күп булманы. Сирләмәй ҡалғандарҙың инфекцияны йоҡтороу һәм халыҡтың күпләп ауырыу ихтималлығы бар. Ковидтан һаҡланыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы — вакцина яһатыу, — ти үҙәк дауахана табип-эпидемиологы Гөлгөнә Рамаҙанова.
Ковидҡа ҡаршы вакцинациялау башланғандан алып үҙәк район дауаханаһына 2070 доза «Гам-КОВИД-Вак» (Спутник V) вакцинаһы килтерелгән. 22 апрелгә ҡарата 1581 кеше вакцинаның беренсе, 796 кеше икенсе компонентын яһатҡан. Кисә тағы ла 150 доза «Гам-КОВИД-Вак» килтерелгән.
— Дауаханала вакцина бар. Прививка эшләтергә теләүсе һәр кем уны һалдырта ала. Сәләмәтлек хәле буйынса ҡайһы бер пациенттарға сикләүҙәр ҙә бар, әлбиттә. Был турала вакцинация алдынан терапевта тикшерелгәндә аңлатасаҡтар. Үҙҙәрен яҡшы тойған һау-сәләмәт кешеләргә лә вакцинацияға рөхсәт ҡан баҫымын, тән температураһын үлсәп, хәл-торошон тикшергәндән һуң ғына бирелә. Әлегә тиклем ковидҡа ҡаршы вакцина яһатыусыларҙы башлыса хроник сирлеләр һәм оло йәштәгеләр тәшкил итә. Эшләүсе граждандарҙың, тимәк, күмәк кеше араһында йөрөүселәрҙең, үҙҙәренең, ғаиләһенең һәм, ғөмүмән, йәмғиәттең сәләмәтлегенә битараф ҡарауы борсолдора, — тине табип-эпидемиолог әбйәлилдәрҙе мөһим процедураға яуаплы ҡарарға саҡырып.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас