Һаулыҡ һаҡлау
24 Апреля 2021, 03:15

Яңы техника – яңы мөмкинлектәр

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Башҡортостанда паллиатив медицина ярҙамын күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проектына ярашлы, баш ҡаланың 21-се клиник дауаханаһына ҡараған 1-се поликлиниканың Амбулатор онкология ярҙамы үҙәге күсмә бригадаһы яңы глюкометр һәм тонометр алған.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Башҡортостанда паллиатив медицина ярҙамын күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проектына ярашлы, баш ҡаланың 21-се клиник дауаханаһына ҡараған 1-се поликлиниканың Амбулатор онкология ярҙамы үҙәге күсмә бригадаһы яңы глюкометр һәм тонометр алған.
Ә Булгаков ауылындағы участка дауаханаһының паллиатив бүлеге оҙаҡ ятыуҙан тән боҙолоу (тишелеү) осрағынан ҡурсалаған махсус матрац, кресло-коляска һәм ингалятор-небулайзерҙар менән тулыланған.
- Яңы ҡорамалдарҙы беҙ “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алдыҡ һәм, һис шикһеҙ, был медицина хеҙмәткәрҙәренең эшен еңеләйтеүгә тағы бер аҙым, – тип билдәләй 21-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы Ринат Нагаев.
"Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған был ғәмәл сиктәрендә республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.
Фото: health.bashkortostan.ru
Читайте нас