“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Асҡын үҙәк дауаханаһына SonoScape HD-500 видеоэндоскопик системаһы ҡайтарылған.
Sonoscape HD-550 — эксперт класлы һанлы эндоскопик система, ул яңы хасил булған онкологик шештәрҙе башланғыс стадияла асыҡларға ярҙам итә, һүрәттәрҙе оптик һәм һанлы эшкәртеү мөмкинлектәрен берләштерә, лайла биҙҙәрен һәм ҡан тамырҙарын деталләштереү һөҙөмтәһендә уларҙың аныҡ һәм сағыу контрасын күрһәтә.
- Һәр кеше ФГС (фиброгастроскопия) үткәне бар, был бик үк еңел процедура булмаһа ла, был алымдың мәғлүмәти әһәмиәте бик юғары. Быға тиклем Асҡын дауаханаһында булған ФГС аппараты һәр яҡлап иҫкергәйне. Ошо көндәрҙә иһә өр-яңы, заман талаптарына ярашлы SonoScape HD-500 видеоэндоскоп системаһын алып шатландыҡ. Был беҙгә пациенттарҙы тикшереүҙә һәм дауалауҙа оло ярҙам буласаҡ.
Система видеоэндоскоп (гастроскоп) менән йыһазландырылған, ул һәр төҫтө аныҡ күрһәтә.
Ҡан тамырҙарын һәм лайлалы тиресәләге ваҡ структураларҙы күреү өсөн мультитулҡындар системаһы бар. Ҡорамал яҡтылыҡ тулҡындарын пациенттың аш эшкәртеү системаһында яман шеш билдәләре барлығын күрһәтерлек итеп модулләштерә.
Эндоскоп бик уңайлы, уға ҡуйылған диск диагностика отчеттарын, фотографияларҙы, видеоларҙы, пациент хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе һаҡлау мөмкинлеген бирә.
Барлыҡ мәғлүмәт 24 дюймлы LCD мониторға сығарыла. Системаның аппараттар йыйылмаһы, эндоскопик операциялар һәм диагностика өсөн төрлө ҡоралдары, аспираторҙары бар. Кронштейн мониторҙы кәрәксә бороу мөмкинлеген бирә. Хәҙер юғары технологиялы медицина ҡорамалы пациенттарға хәүефһеҙ һәм киң мәғлүмәтле эндоскопик тикшереүҙәр үткәрергә ярҙам итәсәк, - ти дауахананынң баш табибы Артур Ғәлиуллин.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған был ғәмәлгә ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.
Фото: health.bashkortostan.ru