“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкологик сирҙәр менән көрәшеү” төбәк проекты сиктәрендә Күмертау дауаханаһына түшәмгә ҡуйыла торған күләгәһеҙ хирургия яҡтыртҡысы ҡайтарылған.
Ул 1,9 миллион һум тора, федераль ҡаҙна иҫәбенә һатып алынған.
- Был ҡорамал операция майҙанының юғары кимәлдә яҡтыртылыуын тәьмин итә, күп һанлы яҡтылыҡ сығанаҡтары тигеҙ урынлашҡанға күрә күләгәһеҙ эффект барлыҡҡа килә, - ти медицина учреждениеһының баш табибы Олег Астахов.
Модель сағыу һәм тигеҙ яҡтылыҡ менән тәьмин итә, төҫ температураһына ярашлы, ул көн яҡтыһына яҡын.
Диодлы модулдәр ҡуйы, тигеҙ яҡтылыҡ менән айырыла, эшләү ресурсы ла күпкә юғары.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған был ғәмәлгә ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.
Фото: health.bashkortostan.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Operatsiya-may-ani-ya-tira-bulasa-775670/