Баймаҡ районының Йәрмөхәмәт ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған.
Быға тиклем республика Башлығы эш сәфәре менән был төбәккә килгән сағында урындағы халыҡ ауылдағы фельдшер-акушерлыҡ пунктының янып китеүен һәм яңы пункт төҙөү ихтыяжын белдергән. Һөҙөмтәлә, яңы ФАП ағымдағы йылдың апрель аҙағында сафҡа индерелә.
Былтыр Башҡортостанда 120 фельдшер-акушерлыҡ һәм табиплыҡ амбулаториялары асылған, улар барыһы ла заман талаптарына яуап бирә. Быйыл тағы ла 65 модулле пункт асыу планлаштырыла. Был һуңғы йылдарҙағы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.