Һаулыҡ һаҡлау
8 Мая 2021, 03:44

Хирургтарға ярҙамға - эндоскопик ҡорамал

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһына федераль бюджет иҫәбенә нейроэндоскопик ҡорамал алынды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһына федераль бюджет иҫәбенә нейроэндоскопик ҡорамал алынды.
Быйыл 37 миллион һумға төшкән ошондай ҡорамалдар дүрт медицина учреждениеһына оҙатылды. Өфө ҡалаһының Ашығыс медицина ярҙамы, 21-се ҡала, Стәрлетамаҡтың 1-се клиник һәм, әле килеп, Октябрьскийҙың 1-се дауаханалары заманса медицина ҡорамалына эйә булды.
Эндоскопик ҡорамал – диагностик процедуралар һәм хирургик операциялар яһау өсөн бик ҡатмарлы күп компонентлы система. Күсмә махсус таяуға урынлаштырылған ҡорамал табип өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Заманса визуализация технологияларын файҙаланыу хирург өсөн яйлы, ә пациент өсөн хәүефһеҙ, һауығыу ваҡытын ҡыҫҡарта, операциянан һуң өҙлөгөүҙәр хәүефен кәметә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, тәүге медицина-санитар ярҙамдан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу, кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү, дауаханаларҙы заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу бурысы ҡуйылған.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас