Һаулыҡ һаҡлау
11 Мая 2021, 12:20

Рәсәйҙә бер компонентлы вакцина теркәлде

"Спутник Лайт" препаратына белгестәр ниндәй баһа бирә икән?

Рәсәйҙә бер компонентлы “Спутник Лайт” вакцинаһы теркәлгән. Был турала Рәсәй тура инвестициялар фондынан хәбәр итәләр. "Спутник Лайт" – "Спутник V" векторлы вакцинаһының беренсе компоненты ул. Етештереүселәр граждандарҙы иммунизациялауҙың 28-се көнөнә яһалған анализ нигеҙендә уның һөҙөмтәлелеген 79,4 процент дип баһалай. Ике укол талап итеүсе вакцинаға ҡарағанда һөҙөмтәлелеге 80 процент тирәһе юғарыраҡ, тиелә фондтан алынған хәбәрҙә.
Гамалея исемендәге фәнни үҙәктә лә “Спутник Лайт” короновирустың бөтә штамдарына ҡаршы һөҙөмтә бирә, организмда ҡаршы тороусанлыҡ 28-се көндә үк барлыҡҡа килә, тип ышандыралар. “Спутник Лайт” препаратынан һуң етди кире күренештәр теркәлгәне юҡ”, - тиҙәр тура инвестициялар фондында ла. Әлегә халыҡты вакцинациялауҙа төп препарат булып “Спутник V” ҡала.
Читайте нас