Фәнүзә Ҡолмөхәмәтова, Сибай коррекция мәктәбе уҡытыусыһы:
— Беҙ, уҡытыусылар, балалар менән эшләйбеҙ, ата-әсәләр менән аралашабыҙ, шуға күрә үҙебеҙҙе һәм башҡаларҙы һаҡлау сараларын күрергә тейешбеҙ. Мин прививка тураһында мәғлүмәтте ентекле өйрәндем, беҙгә мәктәптең медицина хеҙмәткәре кәңәштәр бирҙе. Эштән ҡайтышлай вакцинациялауҙың мобиль пунктына мөрәжәғәт иттем, был бик уңайлы булды. Мин йыл һайын грипҡа ҡаршы прививка эшләтәм.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, төрлө инфекция сирҙәренең ни тиклем ҙур емергес көскә эйә булыуын асыҡ күрергә була һәм шундай осраҡтарҙа бары тик вакцина ғына ғәҙәти тормошҡа ҡайтырға мөмкинлек биргән. Сәсәк эпидемияһы шашҡан мәлдә Екатерина II Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып прививка эшләтеп, сәләмәтлеккә яуаплы мөнәсәбәт өлгөһө күрһәтә.
Леонид Вдовин, пенсионер:
— Миңә 96 йәш, Туймазы районының Серафимовка ауылында йәшәйем. Бер йылға яҡын үҙҡурсаланыу сараларын һаҡлап, өйҙә ултырҙым. Бик ауыр булды. Бығаса мин стадионға саф һауа һуларға сыға инем, скандинав йөрөүе менән шөғөлләндем, Мәҙәниәт һарайында хорҙа йырланым, бейеү һәм фото сәнғәте менән мауыҡтым. Әле лә чечетка бейей алам. Өйҙә бикле ултырыу бик ауыр. Сикләү саралары бөтөрөлгәс, элекке тормошҡа ҡайтыу өсөн барыһын да эшләнем.
— Прививка эшләттем, сөнки былтырғы йылдың ғинуарынан алып пандемиянан ҡурҡып йәшәнем, ҡытай телендәге сайттарҙы уҡыным, унан инде Италиялағы хәлдәрҙе күҙәттем. Сирҙән ҡурҡып, ниндәйҙер кимәлдә депрессияға бирелдем. Вакцинаның тәүге компонентын эшләткәс, башҡаса ҡурҡырға кәрәкмәй, тигән уйҙан еңеллек кисерҙем. Бөгөн бына шул турала уйлап алдым: һуңғы бер йыл эсендә мин тәүге тапҡыр пандемия тураһында уйламайым, ул юҡ кеүек.
Мин быға тиклем прививкаларға башлыса ҡаршы булдым, үҙемдә лә, баламда ла күп нәмәгә аллергия, шуға күрә прививка яһатмай инек. Был вакцинаның тәүге өлөшөн дә, икенсеһен дә ауыр ғына үткәрҙем. Башым әйләнде, тәнем мамыҡ кеүек ине, хәрәкәт итеү әкренәйҙе. Дүрт көн дауамында киҙеү эләктергән кеше һымаҡ йөрөнөм, быуындар һыҙланы, укол урыны ауыртты, ҡул һәм бармаҡтар тыңлашманы, хатта муйынға һәм умыртҡа һөйәгенә бирҙе, шуға күрә әйләнеп ҡарау ҙа ҡыйын ине. Әммә ошо тиклем ауыр кисереремде белһәм дә, барыбер прививка эшләтер инем.
Владимир Кобзев, блогер, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы:
— Башта бөтөнләй прививка яһатырға теләмәнем. Иммунитетым яҡшы, эргә-тирәмдәгеләр ауырыны, ә мин юҡ. Шулай ҙа бер көн уйланып ултырҙым да үҙемә шундай һорау бирҙем: «Кабзон (был минең интернеттағы псевдонимым), һин иртәгә нимә булырын беләһеңме? Отпуск миҙгеле башланасаҡ, прививка яһатмағандарҙы ялдан ҡайтҡас ике аҙналыҡ карантинға ебәрәсәктәр. Ә минең ныҡ итеп Ҡырымға барғым килә. Йәки тикшерелгән һәм өйрәнелгән «Спутник V»-те донъя кимәлендәге катаклизм күҙәтелгән Һиндостанға ебәреп, беҙгә тикшерелеп етмәгән икенсе вакцина тәҡдим итһәләр? Йәки вакцина түләүлегә әйләнһә? Юҡ, Кабзон, нимә булырын бер кем дә белмәй, шуға күрә биргән саҡта — ал». Шулай итеп прививка яһаттым.
Вакцинанан һуң бер нисә сәғәт үткәс, ауырый башлауымды аңланым. 12 сәғәттән хәлем ауырайҙы. Тән, быуындар һыҙлай. Йоҡлай алмайым. Ике ҡат юрған аҫтында өшөйөм. Туҡмалған кеше кеүекмен, ашағым килмәй. Шулай ҙа температура юҡ. Теүәл бер тәүлектән тәрән йоҡоға талдым. Өйҙәгеләр мине хатта уята алмаған. Алты сәғәт йоҡлап алғайным, хәлем ярайһы уҡ яҡшырҙы.
Сәрүәр Насирова, хаҡлы ялда:
— Миңә 91 йәш, Йылайыр районының Матрай ауылында йәшәйем. Биш балам, 11 ейән-ейәнсәрем, 17 бүлә-бүләсәрем бар. Иҫәнлектә-һаулыҡта, ҙур ғаиләм менән бергә-бергә йәшәгем килә әле. Кемеһелер бәпес тыуыуын көтә, икенсеһе өй төҙөй. Тулы ҡанлы тормош менән йәшәп, һәр көндө ҡыуанып ҡаршылау өсөн сәбәптәр күп әле. Бер нәмәнән дә ҡурҡманым, беҙҙең табиптар — иң яҡшыһы. Әлегә беренсе уколды ғына эшләнеләр. Үҙемде яҡшы тоям.
— Ике аҙна элек ҡайным ауырып китте. Ул алдан билдәләнгән операцияны яһатып, дауаханала ятҡайны, вирусты шунда эләктергән. Ирем март айында уҡ прививка яһатҡайны, ҡайнымды дауахананан ул барып алды. Һөҙөмтәлә ирем аша миңә, атай-әсәйемә вирус эләкте.
Иң нығы ҡайным ауырыны. Уға 76 йәш, астма менән ыҙалай. Зубов ауылындағы ковид-үҙәк табиптарына рәхмәт: ҡайным 20 килограмм ауырлығын ташланы, әммә сирҙе еңеп сыҡты.
Ҡәйнәмдең үпкәләре 15 процентҡа зарарланды, ул сирҙе өйҙә үткәрҙе.
Прививка яһатҡан ирем бер-ике көн мыршылдап, биттәре ҡыҙарып йөрөнө, ПЦР кире һөҙөмтә күрһәтте. Ҡыуанып бөтә алмай. Компьютер томографияһында үпкәһенең таҙа булыуы асыҡланды.
Әсәйемдең ПЦР — ыңғай, туғыҙынсы көн температура күҙәтелә, еҫ һиҙмәй, баш ауыртыуынан сыҙай алмай.
Үгәй атай прививка яһатҡан ине. Уның ПЦР кире һөҙөмтәле. Бер аҙ хәлһеҙлек, тәненең һыҙлауы күҙәтелде.
Минең ҡулымда – бәләкәй бала, ПЦР – ыңғай, еҫ һиҙмәйем, түҙеп торғоһоҙ итеп баш ауырта һәм йоҡлағы килә. Сирләргәме, прививка яһатырғамы тигән һайлау торһа, мин мең тапҡыр прививка яһатыр инем.
Беҙҙең ғаилә миҫалында шул асыҡ күренде: прививка яһатҡан кешеләр үҙҙәрен күпкә яҡшыраҡ тоя.
Олеся Вилданова, UfacityNews баҫмаһы журналисы:
— Коронавирус осрағында мине иң ҡурҡытҡаны — үҙемдең сирләүем түгел, ә вирусты өйгә алып ҡайтып, яҡындарымды ауырытыу хәүефе ине. Оло йәштәге туғандарым тураһында ла борсолдом. Беҙ, журналистар, өйөнән бөтөнләй сығып йөрөмәгән әбей-бабайҙарҙың сирләү осраҡтарын күп беләбеҙ. Был ғәҙел түгел. Улар бит кафеларға, концерттарға йөрөмәгән, халыҡ шығырым тулы автобусҡа битлекһеҙ инмәгән, диңгеҙ буйына ялға юлланмаған. Әммә улар тап шулай эшләгән кешеләр арҡаһында ла сирләй. Мин вакцинаның ни дәрәжәлә һөҙөмтәле булыуын да, нисек тәьҫир итерен дә белмәйем. Әммә сир таратыусы булмаҫ өсөн, вирусҡа ҡаршы тороуға булышлыҡ итеү маҡсатында барыһын да эшләнем. Вакцинациянан һуң да элеккесә социаль ара һаҡлайым, әммә үҙемде күпкә ышаныслыраҡ тоям.
Мәҡәләне әҙерләүҙә күрһәткән ярҙам өсөн «Туймазинский вестник» һәм «Сибайский рабочий» гәзиттәре редакцияларына рәхмәт белдерәбеҙ.