Һаулыҡ һаҡлау
17 Мая 2021, 04:55

«Дәвлинйәгеҙ» күтәрелмәйме?

Бөгөн, 17 майҙа — Артериаль гипертонияға ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. #национальныепроекты#регпроекты#

Ҡан баҫымы күтәрелеү донъялағы иң йыш осраған һәм мәкерле сирҙәрҙең береһе. Уны ваҡытында профилактикалау меңәрләгән кешенең ғүмерен ҡотҡарырға мөмкинлек бирәсәк.
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты Рәсәйҙең бөтә субъекттарында ла йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү буйынса төбәк программалары булдырҙы.
«Давление» күтәрелеүҙе иҫкәртеүҙең берҙән-бер юлы — даими рәүештә ҡан баҫымын үлсәү. Быны гипертониянан яфаланған кешеләрҙең хәл-торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, иртәнсәктән алып кискә тиклем эшләргә кәрәк.
Ҡан баҫымы майлы, тоҙло ризыҡты күп ашаған, спиртлы эсемлектәр менән артыҡ мауыҡҡан, тәмәке тартҡан, физик күнегеүҙәр яһамаған кешеләрҙә ныҡ күтәрелә.
Милли проект поликлиникаларға ғына түгел, ФАП-тарға ла ҡан баҫымын үлсәү ҡоролмалары, кардиовизорҙар ебәреүҙе күҙ уңында тота.
Читайте нас