Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова борсолорға урын юҡлығын белдерҙе. “Вакцинация үтеүҙе дауам итергә мөмкин, айырым уңайлы һауа температураһын көтөргә кәрәкмәй. Ҡағиҙә булараҡ, вакциналарҙы иртәнсәккә иретәләр, ә ул ваҡытта ҡояш ҡыҙҙырмай әле. Өҫтәүенә, вакцинация яһау үҙәктәре кондиционер йә вентиляция менән йыһазландырылған. Был пункттарҙа 20-30 минут медиктар күҙәтеүе аҫтында ултырып торорға була”, - тип аңлатты министр урынбаҫары.