Һаулыҡ һаҡлау
18 Мая 2021, 09:55

“Сәләмәтлек поездары” ышанысты аҡлай

Республиканың 12,5 мең кешеһе “Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы, “Сәләмәтлек поездары”на мөрәжәғәт итте. Бөтәһе 8 715 тикшереү үткәрелгән, шул иҫәптән, 5 827 флюорография һәм 2 888 маммография тишеренеүҙәре.#национальныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республиканың 12,5 мең кешеһе “Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы, “Сәләмәтлек поездары”на мөрәжәғәт итте. Бөтәһе 8 715 тикшереү үткәрелгән, шул иҫәптән, 5 827 флюорография һәм 2 888 маммография тишеренеүҙәре.
Байтаҡ кешенең сәләмәтлеге дауалауға мохтаж икәнлеге асыҡланған. Мәҫәлән, биш йөҙҙән ашыу кешенең ҡанында глюкоза кимәленең күтәренке булыуы, алты йөҙҙән ашыу кешенең ҡанында холестерин юғарылығы асыҡланған. 1 158 кеше ҡан баҫымы юғарылығынан, 658 кеше артыҡ ауырлыҡтан яфаланған. Шул уҡ ваҡытта социаль әһәмиәтле 369 сир осрағы асыҡланған. Улар араһында шәкәр диабеты, туберкулез, гипертония, миокард инфаркты сирҙәре табылды, тинеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Акция барышында 1 307 кеше вакцинацияның тәүге этабын үткән. Уларҙың 684-е - алтмыш йәштән ололар. 152 кеше прививканың икенсеһен дә алған.
“Социаль-әһәмиәтле сирҙәр асыҡланған граждандар диагнозды асыҡлау өсөн яңынан тикшереүгә ебәрелде һәм контролгә ҡуйылды,” - тип хәбәр иттеләр ведомствола.
Акция барышында республиканың бөтә райондары халҡы ла медицина тикшереүе менән солғап алынасаҡ. Бригадалар әле графикка ярашлы алты районда эшләй.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында түбәндәге бурыстарҙы үтәү мөһим: 2024 йылға тиклем тыуым коэффициентын 1,7-гә тиклем арттырыу, хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡ араһында үлем күрһәткесен кәметеү, тәүге медицина хеҙмәтенән һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу.
Читайте нас