Һаулыҡ һаҡлау
31 Мая 2021, 04:05

Яман шеш менән сирлеләр ярҙамға өмөт итә

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты йәштәрҙең яман шештән үлеүен иҫкәртеү өсөн дауаханаларҙы яңы ҡоролмалар менән йыһазландырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сирҙе иртәрәк асыҡлаған һайын, уны дауалау мөмкинлектәре арта.
Былтыр онкологик ярҙам күрһәтеү буйынса илдә 139 амбулатор үҙәк эшләгән, быйыл субъекттарҙа тағы 113 үҙәкте сафҡа индереү көтөлә. Милли проект сараларына 74 компьютер томографияһы аппараты, 47 линиялы ҡоролма, 36 МРТ аппараты һәм башҡалар алынған.
Республиканың Дүртөйлө районы үҙәк дауаханаһында, мәҫәлән, яңы маммография аппараты ҡуйылған. Ул күкрәк яман шешен иң иртә стадияһында асыҡларға мөмкинлек бирә.
Читайте нас