Һаулыҡ һаҡлау
13 Июня 2021, 06:00

Коронавирустан башҡа ҡурҡыныс сирҙәр ҙә бар

Йыл башынан май аҙағына тиклем Башҡортостанда меңгә яҡын ВИЧ йөрөтөүсе асыҡланған. Араларында 59 йөклө ҡатын бар.

Уҙған йыл Рәсәйҙә пандемия арҡаһында халыҡты иммунодефицит вирусына тикшереү кәмене. Шул арҡала ВИЧ-инфекцияның яңы осраҡтарын асыҡлау ҙа ҡырҡа ҡыҫҡарҙы.
Шулай итеп, Башҡортостанда 2019 йылдағы 2 705 осраҡҡа ҡаршы 2020 йылда 1 977 осраҡ асыҡланды (20 процентҡа аҙыраҡ).
“Башинформ” агентлығы уҙғарған пресс-конференцияла Республика СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарҙы профилактикалау үҙәгенең баш табибы рафаэль Яппаров әйтеүенсә, инфекцияның тапшырылыу юлы 90 процентта – енси юл менән, 10 проценты – ҡан аша.
ВИЧ менән хәл төбәктә тотороҡло, әммә хәүеф барлығын оноторға ярамай. Йыл башынан май аҙағына тиклем Башҡортостанда меңгә яҡын ВИЧ йөрөтөүсе асыҡланған. Араларында 59 йөклө ҡатындың булыуы һиҫкәндерә. Айырым ҡағиҙәләрҙе күҙәткәндә. ундайҙарҙың һау бала табыу мөмкинлеге ҙур. Шулай ҙа ВИЧ әсәнән балаға күскән осраҡтар ҙа осрай. Былтыр 450 сирле ҡатындың өсәүһенең сабыйына ул йоҡҡан.
Әле республикала ыңғай-ВИЧ статусы менән 17 йәшкә тиклемге 224 бала йәшәй. Дөйөм сирлеләр һаны – 21 640 кеше.
Читайте нас