Ташбулат ауылынан Мөхтәровтарҙы мин ошо йәһәттән ифрат бәхетле ғаилә тип атар инем. «Минең әүҙем донор булып китеүемә атайым Фарсат Хәлфетдин улы менән әсәйем Йомабикә Хәбит ҡыҙы сәбәпсе, икеһе лә, иҫ белгәнемдән алып, ҡан тапшыралар ине. Улар әле лә бирергә теләйҙәр, тик, үкенескә ҡаршы, үҙебеҙҙә хәҙер ҡан алмайҙар бит», — тип башланы һүҙен мәҡәлә геройы Альфред Мөхтәров.
Атаһының: «Ҡан тапшырыу — ҡан яңыртыу ул, үҙеңә еңел, рәхәт булып ҡала, йәшәүгә дәрт артып китә», — тип һөйлә-гәндәрен тыңлап үҫкән малай, бәлиғ булғас та, процедураны үҙендә һынап ҡарарға хыяллана. Был хәл Мәскәү өлкәһендә хеҙмәт иткәндә була. Һалдаттарҙан ашығыс рәүештә ҡан һорайҙар. Бер нисә хеҙмәттәше менән яҡташыбыҙ ҙа донор булып бара. «Атайым дөрөҫ әйткән икән», — тип уйлай еңеллек тойғоһо кисергән егет.
Армиянан ҡайтҡас, Альфред Магнитогорск металлургия комбинатына тимер сым ураусы булып эшкә төшә. Бында ла даими рәүештә донор пунктының юлын тапай. Һуңғы йылдарҙа ул үҙенең һөнәре буйынса Белорет комбинатына урынлашҡан, Ташбулаттан йөрөп эшләй. Һәм, әлбиттә, Альфредтың үҙе менән яҡшы ғәҙәте лә күскән. «Өс ай һайын тиерлек ҡан ҡойоу станцияһында булам. Онотоп китһәм, үҙҙәре шылтыратып саҡырып торалар. Беҙҙең эштән унда донорҙар күп. Иң мөһиме, комбинаттың етәкселеге был эште хуплай. Ҡан биргән өсөн ҡасан һораһаҡ — шул мәлдә түләүле ике көн ял ала алабыҙ. Был — бер өҫтөнлөгө. Икенсенән, ҡан яңыртыу үҙе организмға файҙаға ғына тип һанайым. Шулай ҙа иң мөһиме — уның әхлаҡи яғы. Һинең ҡаның кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарыуы, кешеләргә ошо юл менән изгелек эшләй алыуың үҙе бер бәхет. Һаулыҡ мөмкинлек биргәнгә тиклем донор булырға ниәтем бар», — тине Альфред Фарсат улы.
Беҙҙең арала төрлө һөнәр буйынса ғаилә династиялары күп. Ә бына Ташбулат ауылында ошондай донорҙар династияһы йәшәй. Фотоһүрәттән ҡарап торған Альфредтың ҡыҙҙары ла киләсәктә, бәлки, олатай-өләсәһенең һәм атаһының изге эшен дауам итерҙәр әле.